+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кадеттар бит улар!

Аҡһары мәктәбендәге кадет синыфы әүҙем, спорт һөйөүсән, уҡыуҙа тырыш булыуҙары менән хайран ҡалдыра. Дүртенселәр бар яҡтан да өлгө.

Ниндәй генә сара, конкурс үткәрелмәһен, бер ҙә ҡатнашмай ҡалғандары юҡ. Еңеү көнөндә һәйкәлгә сәскә һал­ғандар, сығыш та яһағандар. Үҙҙәренең райондарын иңләп, ҡайҙа ғына булмағандар! Кинйә Арыҫланов һәм башҡа музейҙарҙы барып күргәндәр.
– Беҙҙең дүртенселәр беренсенән алып ғәҙәттән тыш хәлдәр йүнәлешендәге кадет синыфында белем ала. Икенселә уҡығанда хәрби ант бир­ҙеләр. Уларҙы спорт һәм хәрби яҡтан физкультура уҡытыусыһы, тренер, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Марат Булат улы Саликбаев әҙерләй. Физкультура дәресе аҙнаһына өс сәғәт инһә, күнекмәләр ҙә – өс тапҡыр. Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе алдылар. «Мин – кадет» тигән синыф сәғәттәре лә бар. Быларҙан тыш, хореография буйынса дәрес тә инә. Уны Алина Абукаева алып бара. Беҙҙең уҡыу­сылар ике йыл рәттән район кимәлендә «Бейеү марафоны» конкурсында призёр булды, – ти синыф етәксеһе, 30 йылға яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Айгөл Әнүәр ҡыҙы Күскилдина.

Синыфта ете бөртөк кенә улар. Бигерәк тә Зарина Табилдина менән Ислам Хисмәтовтарҙың яулаған еңеүҙәре һоҡландыра. Улар быйыл районда үткән «Иң яҡшы кадет» смотр-конкурсында ҡатнашып, «Иң шәп спортсылар» номинацияһына лайыҡ бул­ған. Салауат ҡалаһында ойош­торолған ГТО-ның ҡыш­ҡы фестивалендә көстәрен һынап, икенсе урын яула­ғандар. Афариндар ҙа инде! Ә бына Зарина ГТО-ның ике алтын билдәһенә лайыҡ, Гагарин кубогына олимпиадала физкультура буйынса республика кимәлендә призёр икән. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла үҙен күрһәтә белә. Ислам Хисмәтов та маҡтауға лайыҡ. Ул ГТО-ның ике алтын, бер көмөш билдәһен алған. Зарина менән Ислам икеһе лә башҡорт телендә уҙған сараларҙа, бәйгеләрҙә йыш ҡатнашып тора. «Урал батыр»ҙы ятлап, эпос­ты һөйләүселәр ярышында ла көстәрен һынайҙар.

Синыфтағы башҡа балалар ҙа һынатмай. Дания Бикҡужина – ГТО-ның ике алтын, Азамат Абукаев – бер көмөш, Олеся Иванова – бер алтын, бер көмөш, Фидалиә Талинова бер көмөш, бер бронза билдәһенә эйә булған.

Бына шулай бәләкәйҙән хәрби тормошҡа өйрәнеп үҫә йәш кадеттар. Бындай синыфта белем алыу балаларҙа илһөйәрлек һәм яуаплылыҡ тойғолары тәрбиәләй. Көслө холоҡло һәм сыҙамлы булып үҫергә ярҙам итә, тәртипкә өйрәтә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Көйөргәҙе районы.
Читайте нас: