-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фантазияға бай "Фантазия"

Һүрәттәрҙәге ижад емештәренә күҙ һалығыҙ әле?

Фантазияға бай "Фантазия"
Фантазияға бай "Фантазия"

Ҡалай матур килеп сыҡҡан, эйе бит? Хатта ысын кеүектәр! Ана, еләктәрен ал да аша ла  ҡуй... Ә был матурлыҡты ижад итеүсе кескәй балалар Ишмырҙа ауыл мәҙәниәт йортондағы «Фантазия» түңәрәгендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул быйыл ғына эшләй башлаған. Балаларҙы һүрәт төшөрөргә, оҫталыҡҡа клуб хеҙмәткәрҙәре Ләлә Тәлғәт ҡы­ҙы Тләүсина менән Гүзәл Ҡотлобай ҡыҙы Ғөбәйҙуллина өйрәтә.
«Фантазия»ға I – IV синыф синыф уҡыусылары һәм дүрт йәшлек Азалиә Тләүсина менән Илзидә Ишмырҙина йөрөй. Уларға бында ныҡ оҡшай. Түңәрәктең тәүге көнөндә үк тоҙло ҡамырҙан төрлө фигуралар, уйынсыҡтар эшләгәндәр.
– Төрлө төҫтәге буяуҙы балалар үҙҙәре килтерә. Ә беҙ уларға ҡамырҙы өйҙә әҙерләп алып киләбеҙ. Барыһы ла ихлас шөғөлләнә. Хатта ҡайтыр мәл етһә лә, берәү ҙә таралышырға ашыҡмай. Түңәрәктә бигерәк тә Динис Ниғәмәтов, Фидәлиә Кин­йәбаева, Әҙилә Үҙәкина, Әҙилә менән Ирмәк, Инсаф менән Ғәзиз Ишмырҙиндар, Әмилә Тотманова, Айгүзәл Әфләтүнова, Илйәр Әйүпов­тар әүҙемдек күрһәтә, – тип һөйләй Ләлә Тәлғәт ҡыҙы.

Зөһрә ӘҘЕҺӘМОВА.
Баймаҡ районы.

Фантазияға бай "Фантазия"
Фантазияға бай "Фантазия"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: