+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өлгөр Эльмира

Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең III cиныф уҡыусыһы Эльмира Вәлиева ла каникулында файҙалы һәм күңелле ял итеп, уҡыуҙың өсөнсө сиреген башланы.

Өлгөр Эльмира
Өлгөр Эльмира

Каникул көндәрендә көн дә рәхәтләнеп  тауҙан санала шыуҙы. Уңған ҡыҙ ата-әсәһенә ярҙам итергә лә онотманы. Ҡар яуған көнө өй алдын ҡарҙан таҙартты. Аш-һыу тирәһендә лә әсәһенә булышты.  Үҙенең файҙалы итеп үткән ял көндәре өсөн бик ҡәнәғәт ҡалды. Артабан белем тауына үрләү өсөн көс, дәрт, илһам кәрәк икәнен бик яҡшы аңлай ул.  Афарин, Эльмира! Уңыштар һиңә!

Өлгөр Эльмира
Өлгөр Эльмира
Өлгөр Эльмира
Өлгөр Эльмира
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: