+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барыбыҙға ла оҡшаны

Тимераяҡта шыуыу – ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе. Хәҙерге ваҡытта бының өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Һәр бер ауыл, ҡалала тиерлек боҙ майҙансыҡтары бар. Тимераяҡ үҙеңдеке булмаһа, ҡуртымға алырға мөмкин. Тарихҡа күҙ һалайыҡ әле. Беренсе тимераяҡта шыуыу 4000 йыл элек Финляндияла ойошторолған.

Барыбыҙға ла оҡшаны
Барыбыҙға ла оҡшаны

Хайуандарҙың һөйәктәренән эшләнгән каркас конструкциялар аяҡҡа бәйләнеп ҡуйылған булған. Һуңынан һөйәктәрҙе металдан эшләнгән лезвияларға алмаштырғандар. Ә бөгөнгө беҙ белгән тимераяҡтарҙы Петр I тәҡдим иткән, тиҙәр. 1842 йылда беренсе яһалма боҙ майҙансыҡтары эшләнгән.

Бына шундай яһалма боҙ майҙансыҡта шыуырға синыфыбыҙ менән барҙыҡ. Бик күңелле булды! Арабыҙҙа тимераяҡта беренсе тапҡыр баҫыусылар ҙа, яҡшы шыуыусылар ҙа бар. Оҫта йөрөүселәр үҙенең ярҙамынан ташламаны, ваҡытлыса тренер ҙа булды. Арабыҙҙа тырыш, ныҡышмал, сәмсел, ярҙамсыл, ысын дуҫ булырҙай синыфташтарымдың барлығына ҡыуанам! Йығылыуҙар, ауыртыуҙар, көлөүҙәр, ҡурҡыуҙар – күпме эмоция, ыңғай заряд алып ҡайттыҡ беҙ! Беҙгә ял ойошторғандары өсөн уҡытыусыбыҙ Миләүшә Миңнулла ҡыҙына, тәрбиәсебеҙ Лариса Ғаяз ҡыҙына, булышлыҡ иткәндәре өсөн директорыбыҙ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, хужалыҡ эштәре өсөн яуаплы Альбина Әҙеһәм ҡыҙына, беҙҙе автобуста алып барыусы Руслан ағайға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!

Алһыу Ғәлимова.

Ғафури районы,

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол

башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: