+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гимназияла – "Йәйләү" лагеры

Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында ла яҙғы "Йәйләү" лагеры эшләй. VI – VIII синыф уҡыусыларынан төҙөлгән дүрт ырыу каникулда ла белемен арттырыу, һаулығын нығытыу өсөн гимназияға йыйылды. Көн дә иртәнге линейка үткәндән һуң һәр ырыу төрлө сара ойоштороласаҡ кабинеттарға ашыға.

Гимназияла – "Йәйләү" лагеры
Гимназияла – "Йәйләү" лагеры

Урыҫ теле уҡытыусылары Гүзәл Ранис ҡыҙы менән Гөлнур Рим ҡыҙы "Урыҫ теленең серҙәре" тигән исем менән ҡыҙыҡлы сара үткәргән. Тәрбиәләнеүселәр урыҫ, башҡорт, инглиз телдәренең оҡшаш һүҙҙәрен барланы, тел һәр халыҡтың мәҙәни ҡаҙанышы икәненә инанған. Ә физика уҡытыусыһы Алексей Ионас улы VIII синыф уҡыусылары менән "Электр графит лампаһын эшләү" буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Артабан һигеҙенселәр үҙҙәре башҡа ырыуҙарҙы лампочка эшләү сере менән таныштырған. Уҡыусылар гимназия, уның тарихы тураһында ойошторолған викторина һорауҙарына ла яуап биргән. Белмәгән һорауҙарына яуап табыр өсөн 3 ҡат буйлап, гимназия буйынса йөрөп сыҡҡан. Хатта гимназияға инер өсөн нисә баҫҡыс күтәрелергә кәрәклеген һанарға тура килгән. Шулай балалар үҙҙәренә күп мәғлүмәт туплап, шатланып өйҙәренә тарала.

Гимназияла – "Йәйләү" лагеры
Гимназияла – "Йәйләү" лагеры
Гимназияла – "Йәйләү" лагеры
Гимназияла – "Йәйләү" лагеры
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: