+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Талбазыла – яҙғы лагерь

Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһында ла көндөҙгө ял үҙәге гөрләп эшләй. Унда  25 уҡыусы ихлас йөрөй икән. Ял үҙәге "Йәйләү" программаһы буйынса ойошторолған. Был үҙәктең төп бурыстары: баланың һәләтен асыу, башҡорт бейеүҙәрен, йырҙарын, милли уйындарын өйрәнеү һәм һәр минутты файҙалы үткәреү.

Талбазыла – яҙғы лагерь
Талбазыла – яҙғы лагерь

"Уҡыусылар  "Мең" һәм "Табын" ырыуына бүленде. Ырыу башлыҡтарыбыҙ  ҙа бар. Һәр ырыу үҙ тамғаларын өйрәнеп, ырыу девизын һәм йырҙарын һайланы", – тип һөйләй лагерҙы ойоштороусы уҡытыусыларҙың береһе  – Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова. Афариндар!

Матур ял көндәре һеҙгә, уҡыусылар! 

Талбазыла – яҙғы лагерь
Талбазыла – яҙғы лагерь
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: