+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте

Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында эшләп килгән "Айым" театры (етәкселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмилә Рамаҙанова) премьералары менән ҡыуандырып ҡына тора. Бына күптән түгел улар Сәрүәр Суринаның "Ҡурай” " әкиәтен сәхнәләштергән.

Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте
Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте

Йәш артистар килештереп уйнап, тамашасыларҙы хайран ҡалдырған. Сәхнәлә ҡуйылған әкиәтте һоҡланып ҡарағандар.

Спектаклдең режиссёры - Йәмилә Рамаҙанова, сәхнәне биҙәүсе тәрбиәселәр Лилиә Илгилдина, Гөлназ Кәшәфетдинова, Лилиә Хисмәтуллина, уҡытыусы Фәнил Байбулатов, хеҙмәткәр Клара Саттарова һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе Илмирә Хөснөтдинова менән Йәүҙәт Усмановтар ҙа маҡтауға лайыҡ.

Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте
Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте
Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте
Сәхнәлә – "Ҡурай”әкиәте
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: