+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көҙгө йәрминкә

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр. Бик хаҡ һүҙҙәр.

 Ял көнө Шамонин мәктәбе ауыл халҡы өсөн көҙгө йәрминкә ойошторҙо. Көн дә шундай йылы, ҡояштың йылы нурҙары бар донъяны иркәләй. Был көнгә бөтәһе лә алдан әҙерләнде. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр тәмлекәстәр бешереп ҡуйҙы, баҡсалағы уңыштарҙы ла кәрзин һәм биҙрәләргә тултырҙы, ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәре эшләгән ҡул эштәрен һатыуға алып сыҡты.

Ҡырмыҫҡа иләүендәй мәж килде барыһы ла. Балалар алыш-биреш эшенә лә оҫта икән. Матур итеп реклама яһап, әйберҙәрен һатып та ебәрҙеләр. I синыфтың атай-әсәйҙәре милли кейем менән ҡаршы алып, һәр ҡунаҡты бейетте һәм йырлатты.

Ғаилә йылына арналған күңелле концерт та булды. Уны ата-әсәләр балалары менән берлектә ойошторҙо.

– Үҙең үҫтергән ризыҡтың табышы ҡәҙерле ул. Һәр синыф яҡшы итеп әҙерләнгән, балалар һатыу серенә төшөндө. Хаҡтар менән оҫта эш итәләр. Көҙгө йәрминкә барыһына ла хуш килде, – ти мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Резеда Айрат ҡыҙы Шөғөрова.

Барыһының да ял көнө файҙалы үтте.

 Римма БАЙМЫРҘИНА.

Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Көҙгө йәрминкә
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас: