+29 °С
Болотло
VKOKTelegram

Хәйриә акцияһы

Ҡалтасы районындағы реабилитация филиалында спорт инвентары һәм ҡорамалдары һатып алыуға сертификат тапшырыу тантанаһы үтте.

Хәйриә акцияһыХәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова реабилитация үҙәгендә булды һәм «Спорт һәр кемгә асыҡ» хәйриә проекты сиктәрендә махсус спорт инвентары һәм адаптив физкультура менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар тапшырҙы. Программаны «Союзпромптица» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды тормошҡа ашырҙы.

Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Горин Рим Аҡбирҙе ҡыҙына Ҡалтасы районы биләмәһендә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә һәм балалар спортын үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы реабилитация үҙәге директоры Зилә Гәрәева ла  балаларға ярҙам күрһәткәне, ярҙам иткәне һәм шатлығы өсөн депутатҡа рәхмәтен белдерҙе.

– Тәү сиратта мохтаждарға ярҙам күрһәтеү бик мөһим. Белгестәргә, реабилитация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләргә физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәм, – тине Рима Баталова.

 

Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Хәйриә акцияһы
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас