Учалы ҡалаһындағы 9-сы күп профилле мәктәптең уҡыусылары виртуаль ысынбарлыҡ уйынын уйнаны. Командалар үҙҙәрен етеҙлектә, сослоҡта һынаны. Бик мауыҡтырғыс замана уйынында ваҡыттың тиҙ үтеп китеүен дә аңламайһың.
– Уҡыусыларҙың команда менән уйнауҙары берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өйрәтә. Заманса уйындарҙа ла ҡатнашыу ныҡ ҡыҙыҡ, – ти уҡытыусылары Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы Игелекова.