-26 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар

Сит илдәрҙә лә яңғыратҡан башҡорт моңон

Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – йырсы Венера РӘХМӘТУЛЛИНА. Беҙ уны башҡорт, татар һәм сит ил композиторҙары йырҙарын ғына түгел, боронғо башҡорт халыҡ йыр­ҙа­рын да юғары кимәлдә башҡарыусы булараҡ беләбеҙ. Бик күп халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты. Венера менән уның сәнғәт донъяһына юлы тураһында әңгәмәләштек.


– Венера, һин – Бөрйән ҡыҙы, нисә йәштән йырлай башланың?
– Эйе, Стәрлетамаҡта тыуһам да, бала сағым гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында үтте. Башҡорт халыҡ йырҙарына бәләкәйҙән ғашиҡ инем. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, мәктәп йылдарында ла йырлай торғайным. Күршелә генә Ғәйшә инәй йәшәй ине. Ныҡ бәләкәй сағымда шул таҡмаҡтар өйрәтә лә мине, бар, әсәйеңдәргә йырлап ишеттер, тип индереп ебәрә. Өйгә ҡайтам да йырлайым, тик ҡул сапмайҙар, көләләр генә. Шунан үпкәләйем икән. Исмаһам, сәпәкәй ҙә итмәйҙәр, тип илайым. Баҡһаң, Ғәйшә инәйем таҡмаҡҡа оятһыҙыраҡ һүҙҙәр ҙә ҡушып ебәргән, ә мин ҡайҙан беләйем инде? Балалар баҡсаһына йөрөгәндә Фәниә апай йырлата торғайны. Ул йырсы МС Баштың әсәһе була инде. Уҡыусы саҡта районда смотр, конкурстар бик күп үткәрелде. Мәктәптә, клубта, фес­тивалдәрҙә сығыш яһауҙар һанап бөткөһөҙ. Синыфыбыҙ менән сәнғәткә ғашиҡ инек. Уҡытыу­сыбыҙ Гәүһәр апай Сәғитова һәйбәт булды: йырҙар, бейеүҙәр өйрәтте. Милли күлдәктәр ҙә тектереп алабыҙ. Концерттар ҡуйып йөрөгән ваҡыттар әле лә иҫкә килеп төшә, шул тиклем күңелле булған. Үҙебеҙ күмәк – 23 уҡыусы синыфта. Бик маһир инек. Уҡыу­ға ла, эшкә лә өлгөрәбеҙ, колхоз баҡсаһында ҡарағат йыйып, хатта шуның аҡсаһына Мәскәүгә барып ҡайттыҡ бит әле.
Сәнғәткә һөйөү, әлбиттә, ғаиләнән дә килә. Әсәйем ғүмер буйы клуб мөдире булып эшләне. Ауылда концерттар йыш була торғайны. Баш ҡаланан килеп төшәләр, шул артистар менән ҡайнап үҫкәнгә лә, йыр-моңға һөйөү көслөлөр инде. Әсәйем үҙе шиғыр яҙа, йыр ижад итә. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған. Ә атайым – һәүәҫкәр йырсы. Гитараһын алып уйнай торғайны. Ғаилә ансамбле менән сығыш яһаған саҡтар күп булды. Атайым йырлай, әсәйем йырлай ҙа, бейей ҙә. Минән биш йәшкә бәләкәй ҡустым менән ҡумыҙ сиртеп, көй ыңғайына шылтыраҡты һелкетеп торабыҙ.
Атайым ғүмер буйы уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләне. Бөрөгә күскәс, буласаҡ уҡытыусыларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Педагогия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы.
– Студент йылдарың нисек үтте, уҡырға инеүе ауыр булманымы?
– Студент йылдарым бик күңелле үтте. Мажара менән башланып китте ул. Ҡыҙыҡ, үҙем Өфөгә уҡырға инергә килгәнмен, ә документтарымды ауылда онотоп ҡалдырғанмын. Әсәйем менән институтҡа килдек шулай ҙа. Ҡараһаҡ, йырсы Райман Ишбаев йөрөп ята. Ул әсәйемде танып ҡалды ла яныбыҙға килде. 1993 йыл, Райман Ишбаев һуңғы курстарҙа уҡый ине. Хәлде һөйләп биргәс, һис юғы тыңлап ҡарамаҫтар микән, тип бер кабинетҡа инеп китте. Миләүшә Мортазинаға алып инделәр. Халыҡ йырҙарын йырлап ишеттерҙем. Шунан ул, документтары булмаһа ла, үтһен, конкурстарҙа сығыш яһаһын, тине. Шулай итеп, өс турҙы ла үтеп, институтҡа уҡырға инеп киттем. Миләүшә апай: «Сентябрҙә уҡырға килгәндә документтарыңды онотоп ҡалдырма инде», – тип оҙатып ҡалды. Уға бик рәхмәтлемен, әлбиттә. Студент йылдарындағы яратҡан уҡытыусым – профессор Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусина. Ул миңә, ауылдан килгән ҡыҙ балаға, әсәй урынына ла булды, бөтә яҡлап ярҙам итте. Йыр сәнғәтендә өлгәшкән уңыштарым – уның тырышлығы, оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәһе.
– Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр, тиҙәр ҙә ул. Барыбер Хоҙай биргән һәләт булырға тейештер. Йырсы булыу өсөн моңло тауыш кәрәк. Әллә вокал дәрестәре, гел йырлап йөрөү ҙә тауышты асырға ярҙам итәме?
– Был – бик сетерекле һорау. Элек иң беренсе тауыш, шунан тырышлыҡ кәрәк, тип әйтә торғайнылар. Профессиональ йырсыларға килгәндә, беҙгә талаптар ҙа башҡаса, тиһәк, яңылыш булмаҫ. Филармонияла эшләгәс, йыл һайын аттестация үтеп торабыҙ. Үҙебеҙҙекеләр менән бер рәттән, Мәскәүҙән килгән профессорҙар тикшерә. Шуға күрә көн дә тиерлек вокал дәрестәренә йөрөйбөҙ. Һаман да тауышыбыҙ өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, тауышҡа даими күнекмәләр яһап торорға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә. Сөнки уларға барыбер ауырыраҡ: бала табалар, физик яҡтан да тауыштары бик нескә, тиҙ бирешеүсән. Стресмы, ауырыумы йоғонто яһауы ихтимал.
Студент йылдарындағы бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Ауылдан килгән ҡыҙ баламын. Йырларға ғына түгел, сит телдәрҙе лә өйрәнәбеҙ. Көн дә театрға барып опера тыңларға тейеш инек. Ул ваҡытта студент билеты менән бушлай инергә мөмкин булды. Бармай ҡалырға бер нисек тә ярамай. Сөнки иртәгеһенә уҡытыусы йөкмәткеһен һорай торғайны. Кемдәр йырланы, төп партияларҙы кем башҡарҙы, нимә тураһында был әҫәр? Отчёт тотаһың инде. Ни эшләптер операға барһам, йоҡо баҫа ла ҡуя. Ауыл балаһымын бит, тыңларға өйрәнеп китеүе ҡыйын булды. Бер ваҡыт видео менән опералар килтерҙеләр, шуны бер бүлмәгә барып, уҡытыусы менән күмәкләп тыңлайбыҙ. Бер заман кемдер төрткәнгә уянып киттем, йоҡлап киткәнмен икән, янымда ултырған уҡытыусым, бар, ҡайтып йоҡла инде, тимәһенме! Ныҡ уңай­һыҙ булды.
– Конкурстарҙа ла студент сағыңдан ҡатнаша башланың, шикелле…
– Бәйгеләрҙә ҡатнашырға теләгемде үҙем уҡытыусыға әйтә торғайным. Ул ҡуш ҡуллап ризалашып, бергәләп әҙерләнәбеҙ. Сөнки унда ҡатнашһаң, үҙеңә күп тәжрибә туплайһың. Күп конкурсанттар менән аралашаһың, тыңлайһың, дәғүәселәрҙән дә бит күпкә өйрәнәһең, урын бирһәләр, ҡанатланып китәһең. Үҙе бер мәртәбә лә! Тағы ла ҡатнашҡы, күберәк йырҙар өйрәнге килә. 1996 йылда Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары» конкурсында ҡатнаштым. Профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсыларға айырым итеп үткәрҙеләр. Мин әҙерлек курсында уҡығас, һәүәҫкәрҙәр араһында һынау тоттом. Бәхетемә, I урын алдым. Ә профессиональ йырсылар араһында Азамат Тимеров еңеп сыҡты. Ул ваҡыттағы ҡанатланыуҙар! Премия – ҙур ғына аҡса. Икенсеһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурста ҡатнашып, икенсе дәрәжә дипломға эйә булыу. Филармонияла эшләй башлағас, 2004 йылда «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсында үҙемде һынап ҡараным. Ваҡыт аҙ, аранжировка эшләргә, костюм да әҙерләргә кәрәк. Тормош иптәшем – ҡурайсы Рушан Биктимеров менән икәүләп фонограмма яҙҙырып, йүгереп йөрөп әҙерләндек. Гран-при һәм Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡулынан машина алыу­ҙы мәңге онотмам!
Филармонияла эшләгәндә күрмәгән, булмаған ер ҡалманы инде ул, Аллаға шөкөр. Сит илдәрҙә башҡорт милли кейемдәрен күрһәтеп, боронғо халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең моңдо ишеттереп, күп йөрөнөк. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, Башҡортостандың бөтә райондарында булдыҡ. Ул ваҡытта «Йәдкәр» ансамблендә эшләй инем. Ғөмүмән, башҡорт сән­ғәтен бөтә ерҙә лә яратып, беҙҙе йылы ҡабул итә торғайнылар. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын ихлас тыңлайҙар. Быны айырып әйтәм: сит илдәрҙә лә халыҡ йыр­ҙары нығыраҡ үтә торғайны.
– Әлеге көнгә килгәндә, Рушан менән икебеҙ ҙә филармонияла эшләйбеҙ. Ул – Нәзифә апай Ҡадированың эстрада төркөмөндә, ә мин – әҙәби-музыкаль лекторийҙа. Сөнки Айзифа исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ бит, уға көҙгә биш йәш тула, шуға әлегә гастролдәргә йөрөү мөмкинлеге сиклерәк. Яңы йырҙар, яңы көйҙәр өйрәнәбеҙ, ижад итәбеҙ, тырышабыҙ. Ҡыҙыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлап, белеп үҫә. «Әсәй, әйҙә, «Әүһәләй»ҙе йырла әле», – тип йөрөй ул эргәмдә.
Лекторийҙа ла эш күп: айына 12 концерт эшләргә тейешбеҙ. Репертуарҙы даими яңыртып торор кәрәк. Лермонтов, Пушкин, Тютчев, Есенин, Цветаева шиғырҙарына ижад ителгән романстарҙы башҡарабыҙ. Буш ваҡыттарыбыҙҙа форсат сыҡһа, ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында булырға тырышабыҙ. Әбйәлилгә, Бөрйәнгә барабыҙ.
– Уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Беҙ мәктәптә уҡығанда матбуғат менән бик дуҫ булдыҡ. Мин «Башҡортостан пионеры» гәзитен, «Пионер» журналын, тағы Татарстанда сыҡҡан «Ялҡын» журналын да алдырып уҡыным. Бөгөнгө уҡыусыларға ла үҙҙәре өсөн сығарылған баҫмаларҙы уҡып үҫеүҙәрен теләйем. Ҡыҙҙар һәм егеттәр киләсәккә һөнәр һайлағанда етди уйланһындар, яңылышмаһындар ине. Сөнки үҙ эшеңде яратып башҡарғанда ғына маҡсаттарға өлгәшеүе еңелерәк.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Венера. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.
Читайте нас в