+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
30 Сентябрь 2019, 17:31

Ябай Малай ул хәҙер

Эстрадабыҙҙа ҡасандыр «Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна» тигән йыры менән танылыу яулаған Хәйбулла егете Йәмил Баймырҙиндың егәрлелеге һоҡландыра.

Ул хәҙер Элвин Грей лейблында, йәғни командаһында Ябай Малай псевдонимы менән ижад итә. Быйыл ғына биш өр-яңы йыр һәм «Буран микән» тигән клип сығарҙы. Әйткәндәй, «Ете-медия» (Батыр Ғәлимов командаһы) төшөргән был клип бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

– «Буран микән» клибына сценарийҙы продюсерыбыҙ Александр Слюсаренко яҙҙы. Йырҙарыма көйҙө үҙем уйлап сығарам, шунан Радик һәм командалағы егеттәр менән бергәләп тыңлап, тағы ла камиллаштырып ҡуябыҙ, – ти Ябай Малай.

Йырҙан тыш, Йәмилдең иң яратҡан шөғөлө йүгереү икәнен белә инегеҙме?

– Бәләкәйҙән спортҡа һөйөү тәрбиәләгәне өсөн атайыма рәхмәтлемен. Еңел атлетиканы яратам. Хатта уҡыусы сағымда 7 километрға йүгереү буйынса Хәйбулла районында абсолют чемпион булғайным. Әле лә иртән торғас, мотлаҡ аҙнаһына өс тапҡыр 3 километрға йүгереп киләм, турникта күтәреләм, – ти йырсы.

Тиҙҙән Ябай Малай Элвин Грей командаһының йәш йырсыһы Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) менән бергәләп республика буйлап тәүге гостролгә сығасаҡ. Иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ, бәлки, һеҙҙең яҡҡа ла барып сығырҙар! https://youtu.be/8n-njKMSBZ0

Читайте нас: