Матур йырлай, шулай бит? Тимур – төбәк һәм халыҡ-ара йыр фестивалдәре лауреаты. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарыуы маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, «Йәншишмә»нең ошо йомала донъя күрәсәк һанында йырсы менән интервью сығасаҡ. Тимур менән яҡынданыраҡ танышырһығыҙ, халыҡ йырҙарын кемдән өйрәнеүе, яратҡан шөғөлдәре, ғаиләһе тураһында ла белерһегеҙ.