+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кемдәр Яңы йылды Элвин Грей менән ҡаршыланы?

Яңы йыл төнөндәге концерттан һуң бөгөн "Бәйләнештә" селтәрендә Элвин Грей: "Яңы йыл төнөндә башҡаса сығыш яһамаясаҡмын", ― тип белдерҙе.

Яратҡан йырсыбыҙҙың нимәгәлер кәйефе ҡырылдымы икән, тиһәк, баҡһаң, биш йыл элек шулай хәл иткән була. Ә былтыр, нишләп әле сығыш яһамаҫҡа, тип кире уйлай. "Ғаилә байрамы, әлбиттә, шулай ҙа Яңы йылды сәхнәлә ҡаршылау ― иң күңеллеһе. Минең ғаиләм туғандар, яҡындарым ғына түгел, командам һәм тыңлаусыларым да бит. Бындай форматта меңәрләгән кешеләр, командам һәм артистар менән асыҡ һауалағы майҙансыҡта Яңы йылды беренсе тапҡыр ҡаршыланым. Был онотолмаҫлыҡ Яңы йыл төнө булды. Ысынлап та, бик тылсымлы! Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 12 меңдән ашыу кеше беҙҙең менән ҡаршы алды. Ә һеҙ 2020 йылды нисек ҡаршыланығыҙ?" ― тип яҙған Элвин Грей үҙенең яҙмаһында.
Читайте нас: