-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бейеү алиһәһе

Бөгөн - бейеү көнө. Ә бейеү донъяһын беҙ Рәшиҙә Туйсинаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, шулай бит?!

Ул Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бик эшһөйәр, үҙаллы булып үҫә. Сәнғәтте ярата. Мәктәпте тамамлағас, пионервожатый булып эшләй. Шул саҡта Өфөгә семинарға килә һәм әлеге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу иғлан ителгәнен белеп ҡала. Һуңлап, II турға ғына барһа ла, комиссияны һәләте менән әсир итеп, ансамблгә ҡабул ителә. 1960 йыл була был.
27 йыл буйы ансамблдең солисы була Рәшиҙә Туйсина. "Заһиҙә" менән Кремль сәхнәһендә сығыш яһай. Улай ғынамы: бейеү алиһәһе Африка, Азия тамашасыһын һоҡландыра, Европаның Мали, Гвинея, Сенегал, Һиндостан, Монголия, Франция, Италия, Швеция, Польша кеүек илдәрендә лә башҡорт бейеүен таныта. 1968 йылда Софияла үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә сығыш яһап, лауреат исеме һәм алтын миҙал яулай.
Уның башҡарыуында "Гөлнәзирә","Зарифа", "Шаян ҡыҙҙар" һәм башҡа бейеүҙәр барыһын да һоҡландыра. Рәшиҙә Туйсина - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Читайте нас: