+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
30 Октябрь 2020, 19:05

"Яратҡан тамашасым, хөрмәт иткән халҡым бар"

Cибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы Сөмбөл Моратова (Баймырҙина) заманса йырҙарҙы ла, оҙон көйҙәрҙе лә оҫта башҡара. Үҙе бына тигән бейеүсе лә. Алдынғы уҡытыусылар ғаиләһендә өс бала үҫкән улар, ике ағаһы бар. Бөгөн беҙ һәләтле йырсыға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– Сөмбөл, һин – Бөрйән һандуғасы, шулай бит? Cәнғәткә юлың нисек башланды? Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштың?

– Эйе, мин Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкәнмен. Ул ауыл шул тиклем матур ерҙә, Ағиҙел йыл­ғаһы буйында урынлашҡан. Бала саҡтан тәбиғәткә, сәнғәткә ғашиҡмын. Мәктәптә, ауылда концерттарҙа ҡатнашмай ҡалмай торғайным. Йырларға ла, бейергә лә яраттым, тасуири итеп шиғырҙар ҙа һөйләнем. Ғөмүмән, сәнғәттең уртаһында ҡайнаным. Әсәйем менән атайым – уҡытыусылар, улар ҙа сәнғәткә ғашиҡ. Әсәйем бәләкәй саҡта уҡ гел халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Күңелемә шул моңдар һеңеп, тирбәлтеп үҫтерҙе. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине әсәйемдең тауышы, моңо бөгөнгө көнгә тиклем оҙатып килгән кеүек. Әҙәбиәтте яраттым, түңәрәктәргә йөрөнөм, район, республика кимәлендә булған конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша торғайным. «Урал батыр» эпосын ятлау буйынса республика бәйгеһендә күп тап­ҡырҙар ҡатнашып, лауреат исемдәре алдым. Йыр буйынса ла беренсе урындарға лайыҡ булдым. Тәүҙә бейеү буйынса уҡыр­ға инергә уйлап йөрөгәйнем. Әммә ту­ғыҙынсы синыфты тамамлауға тормош юлым йыр буйынса алып китте. Бер үҙем Өфөгә барып (ул ваҡытта такси-фәлән юҡ ине, автобусҡа ултырып), мин, 15 йәш­лек үҫмер ҡыҙ, сәнғәт училищеһын табып, документтарымды тапшырып, имтихан биреп, уҡырға инеп ҡайттым. Үҙ йүнемде үҙем күрҙем инде. Әле уйлап ҡарайым да, ул ваҡытта йәш кенә ҡыҙ баланы атай-әсәйем нисек сығарып ебәрҙе икән? Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, был ҡурҡыныс һымаҡ.

1997 йылда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында балалар араһында I урын алғайным. «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» төбәк бәйгеһендә еңеүсе булдым. Студент саҡта «Оҙон көй» республика конкурсында ҡатнашып, III урын алдым. 2002 йылда «Ирәндек моңдары»нда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында II урынға сыҡҡайным. Йыр буйынса уҡы­тыусым Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимоваға рәхмәтлемен. Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, тәүҙә Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләнем. Шунан үҙебеҙҙең Бөрйән районына ла яҡыныраҡ булһын тип, Сибайға эшкә килеп төпләндем. 15 йыл инде ҡала филармонияһында эшләйем.

– Ғаиләң менән дә таныштыр әле. Икегеҙ ҙә йырсымы, дуэт булып йырлайһығыҙ бит?

– Сибайҙа ғаилә бәхетен дә таптым. Тормош иптәшем Ғәйсәр Моратов Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуған, әммә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылына күсеп килеп төпләнгәндәр. Шуға Ғәйсәр ике тыуған ерем бар, тип иҫәпләй. Уның менән эшкә килгәс кенә таныштым. Филармониябыҙҙа тауыш режиссёры булып эшләй ине. Сибай сәнғәт колледжының баян класын тамамлаған. Республика кимәлендә уны оранжировкалаусы, оҫта тауыш режиссёры булараҡ та беләләр. Гастролдәр ваҡытында аралашып, бер-беребеҙҙе яҡындан белеп, дуҫлашып киттек һәм 2006 йылда өйләнештек. Шулай башланып китте беҙҙең ғаилә тарихы. Шул уҡ йылда «Мәғариф» өҫтөнлөклө программаһы буйынса грант алдым. «Ирәндек моңдары»нда Гран-при яуланым. Ул ваҡыттағы Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡулынан машина асҡысы алыу бәхетенә ирешкәйнем.

Кәрим исемле ул үҫтерәбеҙ, уға – алты йәш. Сәнғәткә ынтылышы бар, йырларға яратҡаны күренә, бейергә лә әүәҫ. Үҙен бейеү түңәрәгенә бирҙек. Бәлки, киләсәктә беҙҙең юлды һайлар, уныһын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Даланлы бала булыуын теләйбеҙ.

– Башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көй­ҙәрҙе бик оҫта башҡараһың. «Бәҙриямал» тигәнен ишеткәнем дә юҡ ине әле...

– Ул йыр Бөрйән районы Нәби ауылында сыҡҡан. Тарихы ла бик бай, ҡыҙғаныс. 2006 йылда Дәүләтбай ағай Рәхмәтуллиндан яҙып алып өйрәндем. Сығанаҡтарға килгәндә, йырҙың тарихы былайыраҡ: Дәүләтбай олатай һөйләүенсә, Бәҙриямал уның өләсәһе булған. Бына шул ҡатын ғүмер буйы колхозда бил бөккән, өс улын да һуғыш яланына оҙатып, көтөп ала алмаған, өсөһө лә яуҙа ятып ҡалған. Шундай яҙмышлы ҡатын тураһында был йыр. Бәҙриямалдың өйө лә булмаған, колхозда һыйыр һауған, үҙе лә шул малдары янында ҡунып йөрөгән. Уның ауыр яҙмышы тураһында халыҡ йыр сығар­ған.

Ауыр ҡара болот араһынан

Күренә лә ҡояш юғала,

Минең күргән ҡайғы-хәсрәтемде

Бер кем белмәй фани донъяла...

Дәүләтбай олатай менән һөйләшеп, тағы бер куплет өҫтәнек:

Бурай ҙа ғына бурай, эй, ҡар яуа,

Ҡара болот ташлап китмәгәс,

Бер булмағас, бәхет булмай икән,

Хоҙай үҙе насип итмәгәс.

– Сөмбөл, йырҙан тыш, күңелеңә ятҡан ниндәй шөғөлдәрең бар?

– Мин икенсе белемем буйынса филолог буласаҡмын. Бәләкәй саҡтан шул тиклем китап уҡырға әүәҫмен. Һаман да шулай. Беҙ хатта ғаилә менән район кимәлендә «Иң күп китап уҡыусы ғаилә» тигән конкурста Гран-при яуланыҡ. Миңә ул ваҡытта 12 – 13 йәш булғандыр. Элек уҡыған китаптарымды ҡабаттан ҡулға алам. Зәйнәб Биишеваның трилогияларын, Ноғман Мусин әҫәрҙәрен, тарихи романдарҙан Булат Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал»ын уҡыған һайын уҡығы килә. Хәҙерге яҙыусыларҙан – Миләүшә Ҡаһарманова хикәйәләрен, йәш быуындан Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын яратам. Үҙебеҙҙең Учалы районында тыуып үҫкән Зифа Ҡадированың бер нисә китабын эҙләп табып, уҡып сыҡтым. Уның ижадына шул тиклем ғашиҡ булдым, ысынбарлыҡта булған, тормоштан алынған ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында булғанғамы икән, әҫәрҙәрен ныҡ оҡшаттым. Хатта әле ҡабаттан уҡып йөрөйөм. Бала саҡта әсәйемдәр гәзит-журналдарҙы күп алдыра торғайны, китап уҡыуға шул да йоғонто яһағандыр, бәлки. Ниндәй генә баҫма килмәй торғайны! Әле лә гәзит-журнал күрһәм, иҫем китә. Эшкә барғас та иң беренсе ваҡытлы матбуғатҡа күҙ йүгертеп алам. Ә бына фильм­дарға килгәндә, өйҙә телевизор ҡарарға ваҡытыбыҙ етмәй.

– Яратҡан аш-һыуығыҙ ниндәй?

– Ғөмүмән, бешеренергә яратам. Ғаиләмде тәмле ризыҡтарым менән һөйөндөрөргә әүәҫмен. Саҡ ҡына бешеренмәй торһам, улым да, әсәй, һин нишләп теге бәлешеңде йәки икмәгеңде бешермәйһең, тип иҫкә төшөрә һала. Ә иң яратҡан аштарыбыҙҙың береһе – манты. Уны ғаилә ризығы тип тә әйтер инем. Сөнки беренсе тапҡыр иремдең әсәләре менән танышыр­ға барғанда, килен булып төшкән ваҡытта улар ошо ризыҡты әҙерләгәйне. Буласаҡ ҡәйнәм, әйҙә, килен, ҡамыр баҫ, тиҙ генә манты эшләйек, тигәс, мин тиҙ генә эшкә тотона һалдым. Хәҙер иҫкә төшә лә, йәш саҡта бер ни ҙә уйламайһың да ул, бәлки, ҡәйнәм шунда мине һынап ҡарағандыр, кем белә инде, тим. Һынауҙы матур ғына үтеп киттем былай. Шул ваҡыттан манты беҙҙең ғаиләлә яратҡан ризыҡ булып ҡалды. Уны беҙ үҙебеҙсә эшләйбеҙ: итен дә, картуфын да, һуғанын да шаҡмаҡлап турайбыҙ. Күптәр ит турағыстан үткәрә бит. Иремдең ғаиләһендә манты бешереү электән килгән йола булған, тиергә мөмкин, беҙ ҙә шулай ҡунаҡтарҙы ошо ризыҡ менән һыйларға яратабыҙ.

– Ҡайһы йыл миҙгелен нығыраҡ яратаһың?

– Бөтә миҙгелдәрҙе лә берҙәй яҡын күрәм. Һәр бер төҫтө яратам, донъяның ағын да оҡшатам, ҡараһын да, сөнки был Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәре, шуға күрә барыһына ла ризамын.

– Ижадыңа килгәндә, ҡайһы композиторҙарҙың йырҙарын яратып башҡараһың?

– Үҙебеҙҙең райондан һәүәҫкәр композитор Данир Мәхмүтовтың (хәҙер ул мәрхүм инде) йырҙары аша мин халыҡҡа танылдым. Сулпан Миңлебаева һүҙҙәренә «Ғүмер ҡыҫҡа, оҙон күренһә лә», Ирина Мусина ижад иткән «Кисер мине», үҙемдең һүҙҙәремә яҙылған «Юғалған бәхет» йырҙарын сәхнәгә сығарҙым. Данир ағай мине сәнғәт донъяһына алып сыҡһа, ә үҙем уны йырҙары аша халыҡҡа таныттым. «Ғүмер ҡыҫҡа, оҙон күренһә лә» йырының шул тиклем һүҙҙәре матур. Унда:«Ғүмер ҡыҫҡа, оҙон күренһә лә, килеп етер хәҙер аҙағы, юҡҡа сығыр шатлыҡ-ҡыуаныстар, юҡҡа сығыр күңел ғазабы», – тигән юлдар бар. Әлеге көндә бик көнүҙәк йыр, минеңсә. Донъяларыбыҙ буталып китте, ауырыуҙар таралды, көн һайын кемдеңдер үлемен ишетәбеҙ. Ысынлап та, беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡынабыҙ, шуны онотмайыҡ, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерҙәрен беләйек. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ихтирамлы, мәрхәмәтле булып йәшәйек. Тормошобоҙҙо беҙ үҙебеҙ йәмләйбеҙ, иманлы булайыҡ, иманлы балалар үҫтерәйек, күңелебеҙ таҙа булһын, донъяны, кешеләрҙе яратайыҡ, шул ваҡытта үҙебеҙ ҙә, донъя­ларыбыҙ ҙа матур булыр.

Быйыл ижад юлыма – 15 йыл, үҙемә 35 йәш тулыуға арнап тәүге юбилей концертымды үткәрҙем. Унда үҙемдең һүҙҙәремә яҙылған, тормош иптәшем менән бергә башҡарған йырҙар ҙа яңғыраны. Аллаға шөкөр, яратҡан тамашасым, хөрмәт иткән халҡым бар, атай-әсәйем, туғандарым, ғаиләм, улым бар, эшләйһе эштәрем бар. Үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙа йәшәйбеҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт тотабыҙ, барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ. Ошо үҙе ҙур бәхеттер, тип уйлайым.

– Әлбиттә, Сөмбөл! Күҙ теймәһен, артабан да тамашасыңды, яҡын кешеләреңде ҡыуандырып, матур-матур йырҙар башҡарырға насип булһын. Һиңә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.


Читайте нас: