-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
20 Декабрь 2020, 03:56

"Буран микән" йырын кем башҡара?

Ошо көндәрҙә популяр йырсы Йәмил Баймырҙиндың (Ябай малай) «Буран микән» тигән йырын бик моңланып бер малай башҡарғанын күптәр ҡарағандыр, бәләкәй йырсыға ҡушылып илаусылар ҙа булғандыр.

Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы был видео. Беҙ ҙә йырсы малайҙың кем икәнен белергә тырыштыҡ. Учалы районы Ураҙ мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Заһир Шәйәхмәтов икән ул.
-Мин бәләкәй саҡтан йырлайым, музыка мәктәбенә бишенсе йыл шөғөлләнәм. Унда мине Лилиә Нияз ҡыҙы Моратшина йырларға өйрәтә. Карантин ваҡытында үҙем гитарала уйнарға өйрәндем. Ә хәҙерге ваҡытта музыка мәктәбенә Жеүәйрә Наил ҡыҙы Пешкова дәресенә йөрөйөм. Конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, Лилиә апай һәр бер сараға әҙерләй. Мин Учалы ҡалаһында уҙғарылған "Голос", "Йырсы ауыл" (Уральск ҡасабаһында), "Соловушка" төбәк конкурстарында ҡатнаштым. Музыка мәктәбендә йырға һәм гитараға йөрөйөм. Мәғәнәле йырҙарҙы йырларға яратам. Киләсәктә яҡшы кеше булғым килә, – ти Заһир.
Әйткәндәй, уның ағай-апайҙары ла матур йырлай икән, йәш йырсы сәнғәт яратҡан ғаиләлә тәрбиәләнә. Заһир легендар «Кино» төркөмөн, хәрби темаға арналған әҫәрҙәрҙе лә ярата.
Йәмил Баймырҙин иһә үҙенең Гөлфиә Шакирова һүҙҙәренә Элвин Грей менән бергәләп яҙған йырын Заһир Шәйәхмәтов башҡарыуында бик оҡшатҡан. Йөрәге аша үткәреп, илатырлыҡ итеп хисләнеп башҡара шул малай.
-«Буран микән» йырына каверҙы Башҡортостандан һәм Татарстандан йөҙләгән кеше йырлағандыр. Бөтәһен дә ҡараным. Заһир Шәйәхмәтовтың башҡарыуы бигерәк тә күңелемә үтеп инде. Сөнки ысын күңелдән матур итеп йырлай, илап ебәреүе әсир итте. Әҙерәк кенә ноталарға эләгеп етмәһә лә, алтынсыла ғына уҡый бит, оҫтарыр әле. Уға уңыштар теләйем. Йырымды яратып йырлауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт әйткем килә, – ти Ябай малай.
Заһирға ла, Йәмил Баймырҙинға ла ижади уңыштар юлдаш булһын, беҙҙе матур йырҙары менән шулай моңландырып торһондар. Киләсәктә, бәлки, "Буран микән"де бергәләп тә башҡарырҙар әле! Әйткәндәй, был йырҙың клибын YouTube каналында 1 миллион 400-ҙән ашыу кеше ҡараған.
Читайте нас: