-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
11 Февраль 2021, 13:30

Дима Билан Африкаға күсенә

Ишеттегеҙме әле, Дима Билан ижади яҡтан көс туплау һәм илһам эҙләү өсөн йәшәү урынын үҙгәртергә уйлай икән.

Ни эшләптер Мәскәүҙә йырҙар яҙа алмауын белдергән. Күптән түгел Мальдив утрауҙарынан ҡайтҡайны, хәҙер аборигендардар янына күсенергә теләй икән. “Электрон музыка яҙам, моғайын, ул ҡайһы берәүҙәр өсөн сәйерҙер, әммә минең өсөн ҡыҙыҡлы. Африка – нәҡ минең эске ритмды күрһәтеү өсөн тура килә торған ҡитға”, – тип һөйләгән артист. Диманың һуңғы ваҡытта причёскаһын йыш үҙгәртеүе лә яңылыҡ эҙләү, эске кисерештәрен сағылдырыу ынтылышы икән. “Үҙемде шаҡҡатырырға теләү, көтөлмәгән аҙымдарға барыу кеүек сифаттарым юғалмаһын ине”, – тип белдерә музыкант.
Йырсының тышҡы үҙгәреше фанаттарҙа төрлө хистәр уята. Башта йырсы сәсен асыҡ ҡыҙыл төҫкә, унан һуң зәңгәрһыу итеп буяғайны. Хәҙер инде идеаль кондицияға ирешергә уйлап, бөтөнләй башын ялтыр итеп алдырған. Әлбиттә, был фанаттарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Артисҡа яңы төҫ тә, хатта мыйыҡтар ҙа килешмәй, тигән уйҙа улар.
Фото: eva.ru
Читайте нас: