+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"

Беҙҙең Салауат районы күренекле шәхестәре менән дан тота. Һеҙгә билдәле йәш йырсы, Башҡортостанда үткәрелгән төрлө йыр конкурстарында ҡатнашып, I урындар яулаған яҡташым, Янғантау ауылы ҡыҙы Наҙгөл Отузова менән әңгәмә тәҡдим итәм.

"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"
"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"

– Наҙгөл, исемең күптәргә таныш. Башҡортостанда һин популярһың, әммә әле белеп бөтмәгән кешеләр ҙә бар. Үҙең менән нисек таныштырыр инең?
– Бына ошолай: мин – ауылдан сыҡҡан ябай ҡыҙмын, үҙ хыялдарына һәм маҡсаттарына бер нәмәнән ҡурҡмайынса туранан-тура барған кешемен.
– Хәҙерге ваҡытта ни эш ҡыйратаһың?
– Мин әле Өфө сәнғәт училищеһында I курста уҡып йөрөйөм. Төрлө концерттарҙа ҡатнашам. Уҡыу бөтөн ваҡытты ала тиерлек, шуға күрә ҡайтыу мөмкинлеге килеп сығыу менән тыуған ауылыма ашҡынам.
– Тыуған яғыңды һағынаһыңмы?
– Эйе, мин Янғантауымды ныҡ яратам. Минең өсөн унан да ҡәҙерлерәк һәм матур ер юҡ.
– Салауат районы халҡы һине шул тиклем ярата, үҙ ғорурлығы тип һанай.
– Рәхмәт, мин быға бик шатмын. Һәр ваҡыт уларҙың ышанысын аҡларға тырышам.
– Наҙгөл, ни өсөн йырсы булырға уйланың?
– Мин йырлауҙан башҡа бер ни ҙә белмәйем (көлә). Бәләкәйҙән йырлайым, биш йәш­тән үк. Беҙҙең ғаилә бик музыкаль, һәр ваҡыт бергәләшеп төрлө йырҙар башҡара торғайныҡ. Әле лә шулай күңелле йәшәйбеҙ.
– Тимәк, йыр-моңға һөйөүҙе ғаиләң тәрбиәләгән...
– Эйе. Бигерәк тә Лилиә апайыма рәхмәтлемен. Ул музыкаға ылыҡтырҙы. Шуға һөйөнәм: минең йырлауға әүәҫ икәнемде бәләкәй сағымда уҡ күрә алған. Беҙ бергәләп төрлө йырҙар өйрәнә торғайныҡ. Бәләкәйҙән ул конкурстарға йөрөттө.
– Атай-әсәйең дә гел генә таянысың булған. Ғаиләң тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китһәң ине.
– Мин атай-әсәйем менән ғорурланам, сөнки һәр ваҡыт ярҙам итәләр, гел миңә – терәк. Улар булмаһа, ни эшләр инем икән?! Атай-әсәйемдән ижадымда көс-дәрт, илһам алам. Ғөмүмән, яҡындарымдың, дуҫтарымдың ярҙамын күреп йәшәйем. Өләсәйем тураһында ла бер-ике һүҙ әйтергә теләйем. Талантлы кеше ул, матур итеп шиғырҙар яҙа.
– Ә һин үҙеңдә поэзияға ынтылыш тоймайһыңмы?
– Һуңғы ваҡыттарҙа шиғыр яҙыуға күңел талпынып ҡуя шул. Үҙем ижад иткән ике йырым бар. Әлбиттә, киләсәктә бының менән генә сикләнмәйәсәкмен.
– Уңыштарың хаҡында ла һөйлә әле.
– «Башҡортостан таланттары» бәйгеһендә Гран-при яуланым. «Өфө тулҡыны – 2016», «Та­лант ҡанаттарында», «Гәлсәр мозаика» кеүек ҙур конкурстарҙа I урындарға лайыҡ булдым. Рәсәй кимәлендәге «Тауыш. Балалар» ярышында ҡатнаштым. Еңеүсе рәтенә инмәһәм дә, унда сығыш яһауым файҙаға ғына, сөнки үҙемде ил кимәлендә һынай алдым. Жюри ныҡ талапсан, әммә ғәҙел ине. Бүтән бәйгеселәр менән дә йылы мөнәсәбәттә булдыҡ. Берәйһе йырлай башлаһа, уға икенселәре шунда уҡ ҡушыла ине.
– «Тауыш. Балалар» конкурсына һин 14 йәшеңдә эләктең. Шул ваҡытта ниндәй хистәр кисерҙең?
– Төрлө уй-хистәр биләп алды күңелемде. Мин конкурс­тың форматтарын күҙ алдыма ла килтерә алмай инем, сөнки шундай киң күләмле бәйгелә бығаса ҡатнашҡаным булманы. Был шоуға эләгергә бик теләнем, тик унда ниҙәр көткәнен белмәй, аңламай инем. Репетициялар башланғас, сәхнәлә юғалыбыраҡ ҡалдым. Әммә мин тулҡынланыуымды еңергә тырыштым. Үҙемде ҡулға алып, йырымды ихлас күңелдән баш­ҡарҙым. Шул ихласлығым, саф йөрәктән башҡарыуым миңә ярҙам итте, тип уйлайым.
– «Ютуб» каналында һинең сығышың бар. Комментарийҙар­ҙы уҡығанда тулҡынланыу булдымы? Насар фекер яҙыусыларға нисек ҡарайһың?
– Әлбиттә, тулҡынландым. Комментарийҙар күп ине. Гел маҡтағандар мине, сығышым­ды оҡшатҡандар. Быға аптыраным да, ҡыуандым да. Насар һүҙҙәр яҙыусыларға иғтибар итмәҫкә тырышам. Быға бәләкәй саҡтан уҡ өйрәткәйнеләр. Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым.
– Шоуҙан һуң тормошоңда үҙгәрештәр булдымы?
– Эйе, концерттар, яңы таныштар күбәйҙе, тәжрибә туп­ланым.
– Күбеһе: «Сәхнәгә сыҡтың да йырланың, бының ни ауырлығы бар?» – тип уйлай. Һин ниндәй фекерҙә?
– Һәр һөнәр – ул хеҙмәт. Улар­ҙың береһенең дә ҡәҙерен бөтөрөргә ярамай. Ижади эшмәкәрлектә шулай уҡ үҙ өҫтөңдә ныҡ эшләргә кәрәк. «Тауыш. Балалар» проектына эләгер алдынан күп конкурстарҙа ҡатнаштым. Тәжрибә туплағас ҡына унда үҙемде һынарға булдым.
– Наҙгөл, сәхнә менән мәктәптәге уҡыуҙы бер үк ваҡытта нисек алып барыуға өлгәштең?
– Уҡытыусыларым ныҡ ярҙам итте, улар хәлемде аңлай ине. Конкурс ваҡытында йыш ҡына шылтыратып, дәртләндереп, йыуатыр өсөн таяныс һүҙҙәр әйтә торғайнылар. Бәйгеләрҙән һуң артта ҡалмаҫ өсөн уҡыуға ныҡлап тотондом. Ауыр булды, әлбиттә. Ҡайһы саҡ әсәйемә: «Етте, мин арыным, мәктәптә генә уҡырға теләйем», – тип мыжып ала торғайным.
– Тимәк, һинең дә дәртең һүнгән мәлдәр булған?
– Эйе, күпселек осраҡта бөтәһенән дә ҡасып, бикләнеп ятырға теләк тыуа ине. Бер ниндәй ҙә дәрт юҡ, бер ни ҙә эшләге килмәй. Бындай мәл һәр кеше менән булалыр, тип уйлайым.
– Сәхнә тормошоноң яҡшы һәм насар яҡтарын асыҡлап бирмәҫһеңме?
– Миңә үҙ дуҫтарым менән күрешергә, улар менән берәй ҡайҙа барып килергә мөмкинлек етмәй. Хатта кино ҡарарға ла, саф һауала йөрөргә лә ваҡытым булмаһа ла, яҡшы яҡтары ла бар бит: төрлө артис­тар менән танышаһың, профессиональ яҡтан үҫешәһең. Сәхнәлә йыр баш­ҡарыу – минең яратҡан шөғөлөм.
– Репетицияларға күпме ваҡыт бүләһең?
– Бик күп ваҡыт китә, сөнки яңы йырҙар өйрәнергә, төрлө концерттарға әҙерләнергә кәрәк. Ул ғына етмәй. Уңыштарға өлгәшергә теләһәң, иң тәүҙә теләгең булырға тейеш. Ул юҡ икән, кеше бер ниндәй ҙә уңыш­ҡа ирешә алмай. Икенсе сиратта, тырышлыҡ, көс, хеҙмәт. Ялҡау кеше бер нәмә лә булдыра алмай. Тик тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ ярҙамында ғына алға ынтылыш була. Мин шуны үҙ башыма ныҡ һеңдереп ҡуй­ғанмын һәм шул принцип буйынса эшләйем.
– Яңы ижад юлы башлаған йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инең?
– Ауырлыҡтар алдында туҡтап, ҡаушап ҡалмаҫҡа кәңәш итәм. Һинән бер ни ҙә килеп сыҡмай, тип әйтһәләр ҙә, быға иғтибар итмәҫкә кәрәк, ә алға ынтылырға. Бер ҙә бирешмәгеҙ, тырышығыҙ, шул ваҡытта ғына уңыш йылмайыр.
– Наҙгөл, әле һин нимә тураһында хыялланһың?
– Ҙур-ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә. Мин бит хәҙер тормошомдо сәхнәһеҙ, йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәйем.
– Хыялдарың матур, маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын. Интервью өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да матур-матур йырҙарың менән беҙҙе шатландырып тор, йәме.
– Рәхмәт!

Рәйсә РӘХИМОВА,
БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"
"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"
"Мин күберәк үҙемде генә тыңлайым"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: