Үткәнен дә тойманым.
Йә үтмә, тип, йә китмә, тип,
Үҙем бер ҙә тыйманым...
Был йырҙы берәй өлкән кеше йырлаһа, аптырамаҫ та инең, Өфө сәхнәһендә VI синыфта уҡыған ауыл малайы шулай моңланып торһон әле! Бөтә халыҡ геү килеп ҡул саба. Кемдер күҙ йәшен һөртә. Искәндәр Ғәзизовтың моңло тауышы шулай баш ҡала тамашасыһын әсир итә, исемен дә иҫләп ҡалалар. Ул ваҡытта Белорет районы Йөйәк ауылы малайын яҡташы, танылған эстрада йырсыһы Роза Аҡкучукова үҙенең концертында сығыш яһарға саҡырған була. Һәләтен күреп, Өфө һынлы Өфө сәхнәһенә сығырға мөмкинлек биргән.
– Әсәйем гел ошо йырҙы йырлай ҙа йөрөй торғайны, шуға мин дә сыҡҡанмын да башҡарғанмын инде, – ти Искәндәр, шул йылдарҙы иҫенә төшөрөп.
Ул бәләкәй генә сағынан ауылда ла, мәктәптә лә концерттарҙа ҡатнашып йөрөгән. Әсәһе мандолинала уйнай, атаһы – гармунда.
– Тәүге сығышымды хәтерләйем. Сәхнәгә кейеп сығырлыҡ концерт костюмы юҡ ине. IV синыфтамын. Унда ла «Балан» тигән өлкәндәр йырын башҡарҙым, тамашасыларҙың илап ултырғандарын иҫләйем. Ә мин шул тиклем ныҡ тулҡынланам, ҡалтыранам. Художество етәксеһе Дилара апай һәм мәҙәниәт йорто директоры Раян ағай Солтановтарға рәхмәтлемен. Күрше ауылдарға ла концерт менән сыға торғайныҡ.
– Ә мәктәптә ниндәйерәк уҡыусы булдың? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Бала саҡта бик шаян, шуҡ инем. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Иң бәләкәсе, иркәһе булдым. Әммә әсәйем ҡаты тота торғайны, ул ғүмер буйы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләне. Тыңламаһам, йыш ҡына сыбыҡ осо ла эләгә ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала торғайным. Зилә Гәрәй ҡыҙы Шәйбәкова уҡытты. Башҡорт телендәге шиғырҙар күңелемә май булып ята ине. Сәнғәткә һөйөү ҙә әҙәбиәткә һөйөү аша килгәндер. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә яраттым. Теүәл фәндәрҙе үҙ итмәһәм дә, беҙ бөтә уҡытыусыларҙы хөрмәт итә инек. Һәр береһенә рәхмәтлемен. Беҙ бит уҡытыусылар тураһында хатта улар ашамайҙыр, тип уйлай торғайныҡ. Көслө тәрбиә бирҙеләр. Әммә һәр кемгә ниндәйҙер йүнәлеш буйынса һәләт бирелә, артабан бала шул юҫыҡта белем алыуын дауам итә бит инде. Мин йыр сәнғәтендә үҙемде таптым. Һәр баланың теләге, сәме булырға тейеш. Бәләкәйҙән күрше Тимерхан ағайҙан гармунда уйнарға өйрәндем. Бер мәл бейеү түңәрәгенә яҙҙырҙылар. Атайым сыбыртҡы ла эшләп бирҙе. Әммә мин унда бер генә тапҡыр барҙым. Ә бына йырларға бик яраттым. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат була торғайным.
Әйткәндәй, Искәндәр Ғәзизов 13 йәшендә «Ирәндек моңдары»нда уңышлы сығыш яһай. Заһир Исмәғилев призына район конкурсында Гран-при ала. Артабан «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара, төрки йәштәренең «Урал моңо» бәйгеләрендә лауреат була.
Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә, бик көслө педагог Вәхит Хызыров етәкселегендә уҡый. Әүҙем студент йылдары, конкурстар, «Өфө егеттәре» тигән төркөм составында йырлау, «Гәлсәр һандуғас» проектында ҡатнашып, халыҡ араһында танылыуҙар... Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал буйынса белем алыуын дауам итә. Унда, үҙе әйткәнсә, вокал буйынса моң алиһәһе Фәрзәнә Сәғитова синыфында уҡый.
– Уҡытыусы ғына түгел, икенсе әсәй кеүек булды ул беҙгә, бик уңдым остазымдан, – ти уның тураһында йырсы.
Уҡыуын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай. Искәндәр Ғәзизовтың йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итә. Репертуарында ундан ашыу башҡорт халыҡ йыры ла бар. Уҡыған саҡта немец, итальян һәм башҡа телдәрҙә лә йырларға өйрәнгәндәр. «Һәр кем үҙ эшен яратып башҡарырға тейеш, мин тормошомдо йырһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым һәм халыҡҡа йыр-моң менән хеҙмәт итәм», – ти ул. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың үҙенең эстрада төркөмө, һәр ерҙә көтөп алған тамашасылары бар.
Тыуған яғын да онотмай, әлбиттә. Уны беҙ бик ихлас күңелле, ярҙамсыл, илһөйәр кеше булараҡ беләбеҙ. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Белорет районы Собханғол (Рәүәт) ауылында тыуған ерен ташлап китмәй, Кинйәғол Сәлимгәрәев олатай бер үҙе тороп ҡала. Яңыраҡ яҡташтары менән күстәнәс, кәрәк-яраҡтар алып, шул бабайҙың хәлен белергә барғандар. Тыуған көнө менән ҡотлап, үҙенә концерт та ҡуйғандар. Быйыл йәй көнө Йөйәктә Ҡатай йыйынын, йәғни Иҙел башы этнофорумын үткәргәндәр.
Шулай йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ул Искәндәр Хәниф улы.
– Республикала матур яңылыҡтар булып тора. Филармониябыҙ ҙа гөрләп эшләй. Яңыраҡ «Йыр көсө» тигән проект буйынса ҙур концерт әҙерләнек. Бөтә тамашасыларҙы, гәзит уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Илдәр имен торһон. Күңелһеҙ минуттар, ауырлыҡтар ошо йылда тороп ҡалһын, – тип теләктәрен дә әйтте яратҡан йырсыбыҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.