+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр халыҡтың үҙ йыры, үҙ моңо

Әзербайжан егете Сакит Cамедов һәр кемдең кәйефен күтәрә торған йырҙар башҡара. Шуға ла уның йырын хатта балалар ҙа өйрәнә, кинәнеп ҡабатлай.

Сакит мәктәптә уҡыған йылдарында йыр менән мауыға, шул саҡта беренсе синтезаторын һатып ала. Ижадын халыҡҡа сығарырҙан алда 12 йыл буйы шиномонтажсы булып эшләй, автомобилдәр йүнәтеү үҙәге аса. Әммә төп шөғөлө музыка булып ҡала. Барабансы дуҫы менән Рәсәй, Әзербайжан, Тажикстан, Грузия буйлап туйҙарҙа сығыш яһай башлай. 2018 йылда интернетта үҙ каналын булдыра. Сакиттың ундағы йырҙарын, клиптарын халыҡ яратып ҡабул итте.

2020 йылда Мәскәүҙә, Санкт-Петербург, Махачкала, Дербент, Волгоград, Сыктывкар ҡалаларында урыҫ, әзербайжан, лезгин, төрөк этсрадаһының хиттарынан торған концерттар ҙа ойошторған.

Сакит Самедов тураһында ҡыҙыҡлы факттар:

* Сакит ислам динен тота.

* Ул – изге күңелле егет, булдыра алғанса мохтаждарға ярҙам итә. Пандемия мәлендә тыуған ауылын кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән.

* Артист күрә алмаусыларға, үҙен хурлап яҙыусыларға яуап итеп, һаулыҡ һәм именлек теләй. Шул тиклем әҙәпһеҙ, тәрбиәһеҙ кешеләр булыуына кәйефе ҡырыла. Сөнки Самедовтар ғаиләһендә һәр саҡ һөйөү, үҙ-ара ихтирам хөкөм һөргән. Яҡындарын йылылыҡ һәм наҙ менән генә телгә ала.

 

Фото: yandex.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: