-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бирешмәм!

«Йәш йырсы Аҡйегет Вәлитов хаҡында күберәк белгем килә. Уның тураһында яҙығыҙ әле. Юлиә, С. районы». «Байрам» йыры менән билдәлелек яулаған Аҡйегет ВӘЛИТОВ, ысынлап та, күптәрҙә һоҡланыу уятты. Сәхнәлә хәтәр трюктар ҙа эшләп танылыу яуланы ул. Бала сағы, ижады, йәрәхәт алғандан һуң тормошоноң үҙгәреүе – йәш башҡарыусы менән ошолар хаҡында һөйләштек.

Бирешмәм!
Бирешмәм!

– Аҡйегет, һин ниндәйерәк бала булып үҫтең?
– Иҫ киткес тыныс, тип әйтер инем. Сәңгелдәктә сәғәттәр буйы иламай ята алғанмын. Хатта әсәйем, бер-бер хәл булдымы икән тип, тын алышымды тикшереп-тикшереп торған.
– Мәктәптә нисек уҡының?
– VIII синыфҡа тиклем отличник булдым, һуңынан ялҡаулыҡ еңде. География, алгебра, физик тәрбиә дәрестәре оҡшай ине. Байназар мәктәбен тамамлағас, ювелир һөнәре буйынса колледжға уҡырға индем. Әммә, әрмегә саҡырылыу сәбәпле, уны тамамламаным.
– Сәхнәләге тәүге аҙымдарың тураһында һөйләп үт әле.
– 11 – 12 йәштәрҙә үҙ аллы брейк-данс менән шөғөлләнә башланым һәм беренсе сығыштарым ошо “урам бейеүе” менән бәйле. Ә йыр менән сәхнәгә саҡ ҡына һуңыраҡ күтәрелдем. Алтынай ағайым этәргес булды, ул күп нәмәгә өйрәтте.
– Ижадыңа байҡау яһап киткәндә, ниндәй йырҙарҙы йәштәр яратып тыңлай, тип әйтә алаһың?
– «Байрам» йыры сыҡҡас, мине күп ерҙә таный башланылар. Әле репертуарымда 20-ләп ижад емешем бар. «Осам», «Мыжыма», «Ай кеүек күҙҙәрең», «Нисек түҙергә?», «Бирешмәм», Башҡорт хужабикәһе менән бергә яҙҙыр­ған «Сәләм бөтәгеҙгә лә!» йырҙарын яҡшы беләләр.
– «Бирешмәм» йырының ҡыҙғаныс тарихы ла бар бит әле...
– Эйе. Дүрт йыл элек, икеләтә сальто эшләргә өйрәнгән саҡта, нисектер яҙа һикерҙем – үҙем дә бер ни аңламай ҡалдым. Ярты ай реанимацияла, бер ай кара­уатта хәрәкәтһеҙ ятыу, тағы бер ай инвалид коляскаһында ултырыу... Табиптар, аяҡ­ҡа баҫыуың иллегә илле, тине. Сөнки арҡа мейеһе етди йәрәхәтләнгәйне. Минең әле атлап йөрөүем мөғжизәгә тиң.
– Бөгөн нимә менән шөғөлләнәһең?
– Төп эшем сәхнә инде. Дуҫ егеттәр менән тәүҙә Бөрйән буйлап концерттар бирә инем, һуңынан йырсы Гүзәл Уразованың командаһы менән бөтә Рәсәйҙе урап сыҡтым. Әле район-ҡалаларыбыҙҙа әүҙем сығыш яһайым. Тамашасыларым блогымды ла яратып күҙәтә.
– Ниндәй хыялдар менән янаһың?
– Ижади яҡтан үҫешергә, билдәлелек яулар­ға теләйем. Йәнә һаулығымды нығытырға кәрәк. Юғиһә, йәрәхәт алғандан һуң физик мөмкинлектәрем сикләнде, хатта йүгерә лә алмайым. Ә сәләмәтлегең юҡ икән, алда күп ишектәр ябыҡ.
– Һорауҙарға ихлас яуап биргәнең өсөн рәхмәт, Аҡйегет! Уңыштар һиңә!

Лилиә МӘҮЛИТОВА әңгәмәләште.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: