+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алға, "Бишбармаҡ"!

Был егеттәр сәхнәгә сыҡһа, гитара, торба, саксофон, ҡурай, баян һәм башҡа музыка ҡоралдары ҡатнашлығында дәртле сығыш буласағын алдан белеп тораһың. Тамашасыларға айырыуса «Бишбармаҡ», «Бейе», «Йәй», «Алға» исемле йырҙары оҡшай. Оркестрҙың исеме лә – «Бишбармаҡ». Уның етәксеһе Вәсил ҒАФАРОВ менән әңгәмә һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр, дуҫтар.

Алға, "Бишбармаҡ"!
Алға, "Бишбармаҡ"!

– Вәсил, һеҙҙең хаҡта ишетеү менән һорау тыуҙы: ниңә төркөм йә инструменталь ансамбль түгел, ә оркестр тип аталаһығыҙ?
– Оркестрҙың мөмкинлеге киңерәк. Ниндәй көй уйнағың килә, шуны баш­ҡараһың. Ә беҙҙең бер генә стилгә бәйле булғы килмәй. Үҙем ҡасандыр Мәскәүҙә Төп хәрби оркестрҙа хеҙмәт иттем бит, нескәлектәрен беләм. Хәҙер егеттәр менән бер нисә йүнәлештә сығыш яһайбыҙ: классик музыка, халыҡ ижады өлгөләре, кавер, үҙебеҙ яҙған йырҙар. Урыҫ һәм инглиз эстрадаһына ла сығырға иҫәп бар.
– «Бишбармаҡ» нисек барлыҡҡа килде?
– Морат һәм Марсель менән тиҫтә йылдан ашыу танышбыҙ. Үҙем профессиональ музыкант булғас, төркөм ойошторорға хыяллана инем. Иҫләйһегеҙҙер әле, йәшерәк саҡта «Ике йөҙ» тигән төркөмөм булды. Ә 2018 йылда әлеге составты йыйыуға тәүге аҙымдар яһалды. Тәүҙә дүрт кеше инек, хәҙер унаубыҙ. Мин үҙем Милли йәштәр театрында эшләйем. «Башҡорт телен өйрәнәм» йырына, «Минең йондоҙом» фильмына көй авторымын. Уң ҡулым – Морат Джанизаков, минеңсә, Баш­ҡортостандың иң хәтәр, үҙенсәлекле ҡурайсыһы! Марсель Әмәкәсев менән Айрат Кирәев – беҙҙең текә тауыш режиссёр­ҙарыбыҙ. Алыштыр­ғыһыҙ гитарасыбыҙ Олег Трегубов менән күп көйҙәрҙе икәүләп ижад итәбеҙ. Йәнә төрлө музыка ҡоралдарында Эмиль Рәмиев, Заһир Ыласынов, Ильяс Әлбәков, Арыҫлан Оморҙаҡов, Салауат Хәлилов уйнай. Бына шулай «Бишбармаҡ» – ул аш-һыу атамаһы ғына түгел, ә дуҫлыҡ, ижади бәйләнеш тә.
– Вәсил, ҡайҙа сығыш яһау оҡшай?
– Әлбиттә, беҙ ижад юлын бәләкәй сәхнәләрҙә башланыҡ. Кешегә нимә яҡын, ә нимә үтмәй – шуны тоҫмаллап алдыҡ та эшкә тотондоҡ. Йырҙар ҡабат-ҡабат тикшерелә һәм баш­ҡарыла. Улар тыңлаусы ҡолағына май булып яғылырға тейеш! Ә иң ихлас тамашасылар – балалар, мәктәптәргә йыш йөрөйбөҙ беҙ.
Райондарға сыҡһаң, үҙенә хас йылылыҡ тойола: сәскә тотторалар, сәй эсерәләр... Мәскәүҙә бер тапҡыр сығыш яһағас, икенсе йылы һабантуйҙа, ышанаһығыҙмы-юҡмы, махсус көтөп торалар ине! Йырлай башлауға башҡа майҙансыҡтағы халыҡ беҙҙекенә күсте лә ҡуйҙы. Себер яҡтарында оркестрыбыҙға, ҡайһылай ҡыҙыҡ коллектив, тиеберәк ҡаранылар, энергиябыҙға һоҡландылар. Силәбе өлкәһе, Үзбәкстан йылы ҡаршы алды.
Үҙебеҙгә килгәндә, хәлдәр баш­ҡасараҡ. Беҙҙе яраталар, көтөп алалар, әммә Баш­ҡортостан тамашасыһы бик талапсан. Төбәгебеҙҙә музыкаға, йырсыларға ҡытлыҡ юҡ, хатта ниндәйҙер кимәлдә конкуренция бара, шуға халыҡ үҙ йырсыһына һайлап ҡына йөрөй. Был да үҙенә күрә ыңғай күренеш – мәҙәниәтте үҫтерә.
– «Бишбармаҡ» тигән йырығыҙ бигерәк дәртле!
– Ул төнгө өстә яҙылды. Хит булырын алдан уҡ тойомланыҡ.
– Төрлө конкурстарға ҡарашығыҙ нисек?
– Ниңәлер ярыш-бәйгеләргә иҫебеҙ китмәй. Бер йылды «Юлдаш плюс» үткәргәнендә ҡатнашҡайныҡ. Ә музыканттарыбыҙ араһында бит Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге лауреаттар бар! Үҙҙәре айырым төркөм дә етәкләй­ҙәр, мәҫәлән, Марселдеке – «Ньюман», Олегтыҡы «Линии» тип атала.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Ижадыбыҙҙы күҙәтеп барыуығыҙ – беҙҙең өсөн ҙур баһа. Концертыбыҙға килһәгеҙ, тимәк, бушҡа ижад итмәйбеҙ, беҙҙе тыңлайҙар. Алға ынтыл­һағыҙ, һеҙҙең дә, балалар, барыһы ла килеп сығасаҡ. Уңыштар!
– Рәхмәт!


Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: