– Инйәр, иң тәүҙә үҙеңдең үҙенсәлекле исемеңә иғтибар иттем әле. Ундай кешене осратҡаным юҡ ине. Кем ҡушҡан?
– Атайым. «Ағиҙел» журналында Инйәр йылғаһы тураһындағы мәҡәләне ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡҡан һәм улым тыуһа, ошо исемде ҡушам, тип әйтеп ҡуйған. Үҙем Ейәнсура районынанмын.
– Йыр-моңға ҡыҙыҡһыныуың ҡайҙан килә? Нисек төркөм булдырыуға тиклем барып еттең?
– Бала саҡтан уҡ «Арғымаҡ», «Ҡурайсы», «Бүреләр», «Любизар»ҙы тыңлап үҫтем. Их, үҙемдең дә төркөмөм булһа ине, тип уйлай торғайным. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға индем. Шул ваҡытта уҡытыусым Дамир Әбүбәкиров миңә бәләкәй саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итергә теләүен белдерҙе. Дәртләнеп китеп, бергә уҡыған егеттәр-ҡыҙҙар менән «Торатау» этно төркөмөн булдырҙыҡ. Әммә ул оҙаҡ йәшәмәне: училищены бөткәс, барыһы ла төрлө яҡҡа таралышты. Мин дә үҙебеҙҙең район үҙәгенә эшкә ҡайттым. Унда Нәжметдин Хәсәнов исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамблен етәкләнем.
Барыбер баш ҡала үҙенә тарта ине: бер йылдан һуң Өфө сәнғәт институтына ситтән тороп уҡырға индем дә эшкә урынлаштым. Тик хеҙмәт урындарын күп алыштырырға тура килде. Бер көндө йырсы, актёр Илнур Лоҡмановтың «Табын» театрын асыуын ишетеп ҡалдым. Мәктәптә уҡығанда артист булыу теләге лә бар ине, килеп сыҡмағайны. Аллаһ тарафынан ебәрелгән мөмкинлектер был, тип ошо театрға барҙым. Унда элекке дуҫым, думбырасы егет Илмир ҙа эшләй булып сыҡты.
Бер көндө икәүләп театрҙан ҡайтып барғанда төркөм ойоштороу тураһында һүҙ сығып китте. Дуҫтарыбыҙ – шулай уҡ музыка менән шөғөлләнгән Фәҙис һәм ҡыл-ҡумыҙсы Гөлсәсәк менән бер нисә айҙан хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ.
– Ни өсөн исемде тап «Намыҫ» тип алдығыҙ?
– Беҙгә ят, шул уҡ ваҡытта уйландырырлыҡ һәм әлеге заманда актуаль атама кәрәк ине. Тәүҙә «Өмөт» булып та сығыш яһап йөрөгәйнек. Ә хәҙерге исемебеҙ есемебеҙгә тап килә, тип уйлайым. Беҙҙә рухлы, намыҫлы ҡыҙ һәм егеттәр шөғөлләнә.
– Улар тураһында ла һөйләп үт әле.
– Думбырасы, шулай уҡ төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белеүсе егетебеҙ Илмир Аҡбашев Йылайыр районында тыуған, Ейәнсурала йәшәгән һәм шунда уҡыған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, әлеге сәнғәт институтында ситтән тороп белем ала. Иглин ҡасабаһында балаларҙы думбыра серҙәренә өйрәтә.
Икенсе егетебеҙ Фәҙис Ғәниев – Ҡыйғынан. Шулай уҡ һәләтле, дарманлы егет, гитарала, һуҡма музыка ҡоралында уйнай. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла белем ала, билдәле музыкант, композитор Ришат Рәхимовтың продюсеры ул. Үҙе йырҙар ҙа яҙа.
Ҡыл-ҡумыҙҙа Эльвина Таһирова уйнай. Әбйәлил районы ҡыҙы, Өфө сәнғәт институтында уҡып йөрөй. Дәртле, ябай, эшһөйәр, сибәр үҙе. Тәүҙә Гөлсәсәк менән бергә башлағайныҡ, тип әйткәйнем бит. Уның тормошондағы пландары үҙгәреп киткәс, төркөмдән сығырға булды. Һәм беҙгә Эльвина ҡушылды.
Мин дә, алдан әйткәнемсә, сәнғәткә ғашиҡ кешемен. Ҡурайҙа ғына уйнап ҡалмайым, башҡа музыка ҡоралдарын да үҙ итәм. «Сулпан» балалар ижады үҙәгендә тауыш режиссёры һәм уҡытыусы булып эшләйем. Роберт ағай Юлдашевтың «Ҡурайсы» төркөмөнә лә тауыш режиссёры булараҡ ярҙам итәм. Был һөнәргә Хакас Республикаһында ситтән тороп уҡыным. Йәнә «Туҡай» мәсете мәҙрәсәһендә дин буйынса дәрестәр алам. Барыбыҙ ҙа – Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттарыбыҙ.
– Ҡайҙарҙа сығыш яһайһығыҙ?
– Төркөм булдырыу менән Илеш районында үткән «Ауаз» фестивалендә ҡатнаштыҡ һәм II урын яуланыҡ. Республикабыҙҙың бер нисә район-ҡалаһында булдыҡ. Өфөлә уҙғарылған ҙур концерттарҙа ла сығыш яһайбыҙ, сәхнәне һелкетәбеҙ генә! Мәҫәлән, яңыраҡ «Юлдаш плюс» радиоһы ойошторған «Милли йәштәр фестивале»ндә ҡатнаштыҡ. Ситтәге сығыштарға килгәндә, «Батырҙар заманы» Бөтә Рәсәй конкурсында III урынға лайыҡ булдыҡ. Тажикстанда онлайн форматта үткән «Халыҡтар дуҫлығы» бәйгеһендә I урын алып һөйөндөк.
– Йырҙар нисек яҙыла? Кем һеҙгә был эштә ярҙам итә?
– Яңы ғына «Башҡорт теле» тигән йырыбыҙҙың премьераһы булды. Уны беҙгә талантлы композитор Эмиль Абдрахманов «Яңы йыр» студияһы менән берлектә яҙҙырып бүләк итте. Тиҙҙән «Беҙҙең Башҡортостан» исемле йырыбыҙ донъя күрергә тора. Уға клип әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Был йыр – Ришат ағай Рәхимовтың ижад емеше. Бер төн эсендә яҙып бирҙе. Тәүге ҙур сығышыбыҙ тап ошо йыр менән булды. Остазыбыҙ Ришат ағайға мең рәхмәтлебеҙ!
– Киләһе йылға ниндәй пландарығыҙ бар?
– «Башҡорт егеттәре» һәм «Башҡорт һылыуҡайы» тигән йырҙарыбыҙ сығасаҡ. Репертуарыбыҙҙа шулай уҡ заманса стилгә һалынған инструменталь көйҙәребеҙ бар. Быларҙың барыһын да үҙебеҙ яҙҙыҡ. Әйткәндәй, яңыраҡ Өфөлә уҙған «Хип-хоп батл»да ошо үҙенсәлекле көйҙәребеҙ йәштәргә ныҡ оҡшаны.
Алла бирһә, артабан да яңы үрҙәр яуларға, күберәк йырҙар ижад итергә, халҡыбыҙҙың ижадын боҙмай, уны заманса стилгә һалып еткерергә теләйбеҙ. Йырҙарыбыҙ йәштәрҙә намыҫ һәм рух тәрбиәләһен. Шулай уҡ сит илдәргә сығыу уйы бар. Төп бурысыбыҙ – башҡорт сәнғәтен бөтә донъяға таратыу, милләтебеҙҙең тарихын киләһе быуынға еткереү. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын!
– Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Инйәр! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.