+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"

Үҙенсәлекле тауышлы, етди ҡарашлы был егет эстрадабыҙға сағыштырмаса яңы килеп инде. Йырҙары ла күп түгел әлегә. Әммә уларҙың һәр береһе заманабыҙҙың проблемаларына арналған, йәштәрҙе яҡшылыҡҡа ғына өндәй. Клиптарын да ҡараған һайын ҡарағы килә. «Мин үҙемде йырсы тип атай алмайым, төп шөғөлөм – эшҡыуарлыҡ. Әммә йырҙар яҙҙырасаҡмын, Алла бирһә», – ти Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы егете Тимур АҠНАЗАРОВ (Тимур ХАН). Бәләкәйҙән маҡсатҡа ынтылыу, бирешмәйенсә үҙ-үҙеңә юл ярыу ниндәй үрҙәргә килтерә ала икәнен әңгәмәсебеҙҙең миҫалында асыҡ күрерһегеҙ, дуҫтар.

Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"
Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"

Ҡыҫҡаса

Тыуған көнө: 1994 йылдың 15 апреле.
Йондоҙлоғо: ҡуҙы.
Һөнәре: эшҡыуар.
Яратҡан ашы: үҙе әҙерләгән ризыҡ, айырыуса былау.
Оҡшаған төҫө: ҡара.
Яҡын күргән миҙгеле: ҡыш.
Яратҡан фильмдары: «Али» менән «Монгол».
Балаларға һәм үҫмерҙәргә уҡырға кәңәш иткән китабы: «Экстремаль тайм-менеджмент» (Николай Мрочковский, Алексей Толкачёв).
Шөғөлдәре: музыка, спорт, тарихты өйрәнеү, һүрәт төшөрөү, аш-һыу әҙерләү.
Үҙ иткән музыка йүнәлеше: хип-хоп.
Ғаиләһе: ҡатыны Рәзилә, улдары Артур менән Ирхан.

 

– Тимур, бала сағыңа әйләнеп ҡайтайыҡ әле.
– Ғаиләлә биш малай үҫтек. Атай-әсәй шундай тәрбиә бирҙе – һәр нәмәлә башҡаларға өлгө булырға тырыштым. Шуға ла алдынғы, тәртипле уҡыусы һаналдым. Теүәл фәндәрҙе ярата инем: математика, физика, химия буйынса гел олимпиадалар­ҙа ҡатнашып, призлы урындар ала килдем. Ә районда үткән кисәләрҙә һәр ваҡыт алып барыусы сифатында сығыш яһаным, Баймаҡ ҡалаһына күскәс тә мәҙәниәт йортона йыш саҡыралар ине.
– Ә ниндәй яратҡан шөғөлдәрең булды?
– Беренсе синыфтан уҡ ҡурай менән ҡыҙыҡһына башланым. Уның серҙәрен миңә Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтов асты. Һуңынан мандолина, баян, фортепианола уйнарға өйрәндем. «Урал батыр» эпосын оҫта һөйләй тор­ғайным. Тағы бейеү, йырға ла һәләтем булғас, ошо өлкәлә бәйгеләрҙә ҡатнаша инем. Йыр уҡытыусыһы Рәйлә апай Биктимерова оҙон көйгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәнә рәсем төшөрөү – иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Атайым, Юнир Насирйән улы, бәләкәйерәк сағымда минән һәр килгән ҡунаҡтың портретын яһатып маһайып ҡуя торған ине.
– Шуға ла Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыуыңды дауам иткәнһеңдер ҙә.
– Эйе, ике йыл унда белем алғас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына күстем. Яҡшы өлгәшкәс, унда бик еңел инеп киткәнем хәтерҙә. Гимназияны яҡшы билдәләргә генә тамамланым.
– Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотондоң?
– Тәүге эш урыным илебеҙҙең баш ҡалаһында банкта булды. Унан һуң үҙебеҙҙә эш асып ҡараным. Әммә бизнес ҡапыл ғына алға китмәне. Бер нисә проектҡа тотондом – килеп сыҡманы. Сөнки саҡ ҡына уңышһыҙлыҡҡа осрау менән бирешергә ярамай. Ә мин ул саҡта йәш һәм тәжрибәһеҙ инем, быны аңламағанмындыр.
Ошолай үҙемде эҙләү бер нисә йыл дауам итте. Һуңынан ағайым менән икмәкханалар селтәре астыҡ – һигеҙ магазиныбыҙ гөрләп эшләй башланы. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышлы ғына башланғысыбыҙҙың да ғүмере ҡыҫҡа булды. Барыһын да контролдә тотоп өлгөрә алмай инек – көн һайын бер нөктәнән икенсеһенә юлда йөрөргә тура килде. Шулай ябылып ҡуйҙыҡ.
– Әлеге көндә һин – республикабыҙҙың иң текә йондоҙҙары йөрөгән «Легион» барбершобы етәксеһе. Үҙең дә улар­ҙың сәстәрен алаһың, һаҡал-мыйыҡтарын матурлайһың. Хатта Рәсәй кимәлендәге билдәле артистар, спортсылар һиндә йыш була.
– Бала саҡтан сәс киҫергә ярата инем. Нескәлектәрен өйрәнеп алып, үҙемде ошо өлкәлә һынап ҡарарға булдым. Азамат ҡустым менән 2020 йылда барбершоп астыҡ. Ғәҙәти бөҙрәхана түгел был урын, кимәле икенсерәк, юғарыраҡ. Беренсенән, ул тик ир-ат өсөн генә тәғәйенләнгән. Икенсенән, сәстәрҙе беҙҙәге кеүек модалы итеп бөтә ерҙә лә киҫмәйҙәр. Тағы спорт мөйөшө бар – теләгән клиент тәнен яҙып ала, телевизор ҡарай, уйындар уйнай.
Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына башланманы. Барбершопты асыу менән донъяла пандемия иғлан ителде. Шулай ҙа ул осор­ҙо лайыҡлы үтә алдыҡ. Планетаның иң көслө кешеһе Михаил Кокляев, джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон – беҙҙең даими ҡунаҡтар. Билдәле актёрҙар Константин Шелягин, Александр Пташенчук та булғаны бар. Үҙебеҙҙең эстрада йондоҙҙарының яратҡан урыны ул беҙҙең барбершоп. Ҡымыҙ, үлән сәйе эсеп, файҙалы әңгәмәләр яҙҙырып, интернет селтәренә һалам. «Моң һулышы» атамаһы менән видеояҙмалар ҙа төшөрә инек – тере тауышлы сығыштар, йәнле һөйләшеүҙәр үтә ине. Махсус хәрби операция башланғас, проектты туҡтатып торҙом. Әйткәндәй, өс йыл элек 48 артист менән бергә хәйриә концерты ла ойошторҙоҡ – килемде балалар йортона күсер­ҙек.
– Тимәк, сәхнәлә сығыш яһауың һинең бизнесыңа реклама булдымы?
– Юҡ, бөтөнләй юҡ. Киреһенсә, мин тәүҙә эшҡыуарлыҡҡа тотондом бит. Артистар менән танышып дуҫлашып алғас, улар үҙемде йыр яҙҙырырға әйҙәне. Ә мин алтынсы синыфта уҡ йырлауҙы ташлағайным – тауышым үҙгәр­ҙе, булдыра алмаҫмын, тип уйлай инем.
Әммә, күреүеңсә, сәнғәт миңә һәр саҡ яҡын булды. Шулай итеп, әсәйем – шағирә Вазифа Урал ҡыҙы менән тәүге йырыма һүҙҙәр яҙҙыҡ. Көйөн Рәмил Мөхйәнов менән Радмир Хәлитов ижад итте. Клипта Джефф дуҫым, милли эстрадабыҙ артистары һәм туғандарым төштө. «Хәрәкәт» йыры тиҙ арала халыҡ араһында таралып китте. Ул маҡсатыңа табан барырға, бирешмәҫкә өйрәтә.
– «Ырыу» тигән клибың миңә бик оҡшаны. Музыкаһы ла ҡолаҡҡа ятышлы, актуаль һорауҙарҙы ла күтәрә.
– Эйе, ысынлап та, һәр кеше үҙенең килеп сығышын белһен, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһын­һын, тигән уйҙа яҙылды был йыр. Тыңлаусыларға дөрөҫ тәьҫир итеүенә шатмын – үҙҙәренең ырыуы хаҡында мәғлүмәт алырға теләүселәр бик күп, миңә хат-хәбәрҙәр яуҙы ғына. Клипта ысын бүре төшөүе күптәрҙе аптыратты.
Ә ошо көндәрҙә «Эргәмдә бүреләрем бара» йырының премьераһы булды. Уның төп темалары – спорт һәм дуҫлыҡ. Мәктәптә спорт менән әллә ни дуҫ булмаһам да, хәҙер ул тормошомда төп урындарҙың береһен биләй. Шуға ла үҙеңдең һаулығыңды ҡайғыртыу, сынығыу мөһим икәнен аңлаһын ине балалар. Клипта күп билдәле спортсылар төштө, ҡыҙыҡ һәм сифатлы яҙма барыһына ла оҡшар, тип уйлайым.
– Бөгөнгөң менән ҡәнәғәт­һеңме?
– Әлбиттә. Төп эшем дә, ярат­ҡан шөғөлөм дә ләззәт, етерлек табыш килтерә. Барбершоптың филиалы хәҙер Учалы ҡалаһында ла бар. Ә тормош иптәшемә сибәркәйҙәребеҙҙе йәнә лә матурлау өсөн үҙебеҙҙә студия астыҡ. Теләүселәр иһә беҙҙә сәс-һаҡал киҫеү серҙәренә төшөнә ала – инде йөҙләп уҡыусыбыҙ яңы белемгә эйә булды. Йәш гәзит уҡыусыларға еткерәһе һүҙем шул: барыһы ла үҙегеҙҙән тора! Ялҡауланмағыҙ, тырыш­һағыҙ, үҫеш юлдарын эҙләһәгеҙ, хыялығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр. Эйе, төрлө хәлдәр буласаҡ. Бирешмәҫкә генә кәрәк!
– Рәхмәт, Тимур, уңыштар!

 

Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"
Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"
Тимур Аҡназаров: "Хәрәкәттә – бәрәкәт"
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: