-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ябайлыҡта – бөйөклөк

Ысынлап та ябай ғына, аралашыусан егет булып сыҡты Йәмил БАЙМЫРҘИН. Күптәр Ябай Малай псевдонимы менән белгән яратҡан йырсыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Ябайлыҡта – бөйөклөк
Ябайлыҡта – бөйөклөк

– Йәмил, тәүге һорау: ниңә Ябай Малай?
– Ауылдан сыҡҡан ябай малаймын бит инде мин. Икенсенән, исем-фамилиямдың тәүге ижектәренән төҙөлгән һүҙ ул. Йәнә бай икәнлегемә ишара (көлә).
– Үҙең ҡайһы яҡтанһың? Ғаиләң менән таныштырып үт.
– Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында тыуып үҫтем. Мин – ғаиләлә иң ҙуры, йәнә ике һеңлемә ағаймын. Атай-әсәйем ауылда мал тота, үҙ магазиндары бар. Олоғаялар инде, тиҙҙән Өфөгә эргәмә күсеп килергә уйлайҙар.
– Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ниндәй булдың?
– Бик шуҡ, шаян малай инем. Һаман да шулаймын ул!
– Мәктәп йылдары нисек хәтерҙә ҡалды?
– Дөрөҫөн әйткәндә, уҡыуым уртасараҡ ҡына булды. Сөнки, сәнғәткә ғашиҡ уҡыу­сы булараҡ, дәрестәрҙе гел ҡалдырырға тура килде: төрлө конкурстарға, ярыштарға йөрөнөм, сараларҙа ҡатнаштым. Йыр бәйгеһе булһынмы ул, ҡураймы, һүрәт төшөрөүме... Спортта ла алдынғылар рәтендә инем: ауыл данын ғына түгел, райондыҡын да йыш яҡланым.
– Ә ҡасан йырлай башланың?
– Балалар баҡсаһында уҡ йырлатҡандарын хәтерләйем. Тимәк, шул саҡта һәләтемде күреп ҡалғандар. Иртәлектәрҙә гел солист булып сығыш яһай инем.
– Ҡайҙалыр уҡығайным: йыр конкурстарында ҡатнашып, ныҡ ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайта торған булғанһың икән...
– Әйтеп китеүемсә, 6 – 7 йәштәрҙә сәхнәгә аяҡ баҫтым. Шунан башланды ла инде еңеүҙәр, Аллаға шөкөр. Йыр һәм ҡурай буйынса төрлө Гран-приҙар алдым. Эйе, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайтып, атай-әсәйҙе шатландыра инем.
– Мәктәптән һуң ҡайҙа белем алыуыңды дауам иттең?
– Туғыҙҙы бөткәс, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүләгенә керҙем. Йыр буйынса уҡырға мөмкинлек бар ине, тик үҫмер саҡ бит инде, тауышты һаҡларға кәрәк.
– Шулай ҙа һәләтеңде артабан үҫтерә алғанһың, ҙур сәхнәлә үҙ урыныңды тапҡан­һың. Ә йырҙарҙы үҙең ижад итәһеңме?
– Гел үҙем генә түгел, шағирҙар менән дә эшләйем. Гөлфиә Шакирова һүҙҙәренә күп йырҙар яҙылды.
– Радик Юлъяҡшин менән нисек таныштың? Уның командаһында оҙаҡ ҡына эшләнең, шикелле.
– Беҙҙең ауылда булды ул осрашыу. Радик дуҫына ҡунаҡҡа килгән икән. Миңә 15 тирәһе булһа, уға 18 йәш тулғайны, инде билдәлелек яуларға өлгөргәйне. Бәй, икебеҙ ҙә бала ғына булғанбыҙ икән дә! Танышып киттек, дуҫлығыбыҙ Өфөлә лә да­уам итте. Уның менән 5 йыл бергә йырланым. Ғөмүмән, Радикка рәхмәтлемен.
– Тимәк, әле айырым сығыш яһайһың?
– Эйе, юлдар айырылды. Тормошта төрлө хәлдәр була инде, ҡалай итә­һең. Шулай ҙа йыр – минең ғүмерлек юлдашым, үҙем гастролдәргә йөрөйөм, командабыҙ менән туй­ҙар, юбилейҙар алып барабыҙ.
– Әле ғаилә ҡорманыңмы?
– Быйыл өйләндем, Аллаға шөкөр. Хәҙер мин – Балаҡатай кейәүе. Яңыраҡ ул яҡта концерттар биреп ҡайттым. Рәхмәт тамашасыларға, бик йылы ҡабул иттеләр.
– Үҙең тураһында уҡыусыларыбыҙ белмәгән ҡылығыңды, сифатыңды һөйләп кит әле? Бәлки, парашют менән һикергәнһеңдер, бәлки, үрмәксенән ныҡ ҡурҡаһыңдыр?
– Тап бына парашют хаҡында әйтеп китергә булалыр. Кәләш, әйҙә, һикерәйек, тип ныҡыша, тик мин бейеклектән ҡурҡам шул! Тағы ла электр утынан, йәшендән шөрләйем. Ә үрмәксегә килгәндә, уларҙы кәләшем бөтөнләй күрә алмай. Йәнә мин Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ул барыһын да күрә, тип уйлайым.
– Йәй үтеп бара. Ә һин ошо мәлдә нисек ял итергә яратаһың?
– Йылғаға сумып сығып, ҡояшҡа ҡыҙынып ятыу – үҙе күңелле саҡ. Тәбиғәтте үҙ итәм, Башҡортостандың тауҙарына күтәрелергә, шарлауыҡтарын тыңларға яратам. Мөмкинлек бул­ғанда, Рәсәй буйлап та сәйәхәткә сығам, мәҫәлән, Сочи ҡалаһы оҡшай. Төркиә, Дағстанда ла мөғжизәле урындар күп.
– Артабан ниндәй хыялдар менән янаһың?
– Ижади эшемде дауам итергә, үҙемде төрлө йүнәлештәрҙә һынарға теләйем.
– Ихлас яуаптарыңа рәхмәт, Йәмил!

Блиц-һораулама

Тыуған йылы – 1992.
Йондоҙнамәһе – Уҡсы.
Яратҡан ашы – һарыҡ йә өйрәк итенән ҡоротло бишбармаҡ.
Оҡшаған төҫө – сағыу йәшел.
Ҡат-ҡат ҡараған кинолары – һуғыш хаҡында таҫмалар, ҡаҙаҡ фильмдары.
Яратҡан урындары – Өфө, Грозный ҡалалары, Байғусҡар ауылы.
Оҡшаған спорт төрҙәре – йүгереү, волейбол, бильярд.
Яратып башҡарған йыры – үҙен билдәле иткән «Буран микән» йыры.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас