-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә

 Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн һеҙҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Венера Юлгилдина (Уразаева) менән яҡындан таныштырабыҙ.

Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә
Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә

     ˗ Венера Самат ҡыҙы, бала сағың ҡайһы яҡтарҙа үтте? Ниндәй уҡыусы булдың? Ниндәй фәндәрҙе яраттың? Ошолар тураһында һөйләп үт әле.

     ˗ Мин сығышым менән Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылынан. Бала сағым Иҫке Собханғолда үтте. Шунда урта мәктәпте тамамланым. Әүҙем уҡыусы инем. Әсәйем Фәнүзә Әхәт ҡыҙы Сәғитова ˗ урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Теүәл фәндәр менән ул тиклем дуҫ булдым, тип әйтә алмайым. Тел һәм әҙәбиәт, йыр дәрестәрен ярата инем. Мәктәп йылдарында сараларҙа ҡатнашып, йырлап йөрөй торғайным.

     ˗ Иң беренсе өйрәнгән йырың ниндәй ине? Кем өйрәтте?

     ˗ Төш ваҡытында радионан ярты сәғәтлек концерт була торғайны бит, шуны бала сағымда көн дә тиерлек көтөп алып тыңланым. Ретро йырҙарҙы күп белеүем, башҡарыуым шунан киләлер. Тәүге йырҙарҙы шулай радио өйрәтте. Балалар йырҙары элек әҙерәк ине, уларҙы йыр дәрестәрендә өйрәндек.  

˗ Тәүге тапҡыр ниндәй йыр менән ҡайҙа сығыш яһаның?

˗ Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк йырлай инем инде ул. Уҡыусы саҡта концерттарҙа башҡарған тәүге йырҙарым «Йүрүҙән», «Етегән шишмә» булды. Әҙерәк үҫә төшкәс, мәктәптә үткән бер сарала Әлфиә Юлсурина күреп ҡалды ла мәҙәниәт йортона саҡырҙы һәм миңә башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәтә башланы. Шулай итеп, тәүге остазым булды ул. Беренсе етди сығыштарым Мәрйәм Ғәли ҡыҙы Ҡәҙерғолова етәкселегендәге «Һомайғош» тигән ансамбль менән берлектә булды. Унда өлкәндәр ҙә йөрөй торғайны. Һабантуйҙарҙа, төрлө сараларҙа сығыш яһаныҡ. Сәнғәткә юлым мәктәп, клуб сәхнәһенән башланып китте.

˗ Йыр-моңға һөйөү ҡайҙан килә?

˗ Әсәйем менән атайым үҙҙәре йырламаһа ла сәнғәтте ярата. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әхәт Ҡәйүм улы Сәғитов бик матур йырлай ине, ҡурайҙа ла уйнаны. Уны хатта филармонияға эшкә лә саҡырғандары булған. Йырға һәләтем олатайымдандыр, тип уйлайым. Бөрйәндең иҫ киткес гүзәл тәбиғәтенең дә йоғонтоһо барҙыр, әлбиттә.

 ˗ Сәнғәт буйынса белем алыуҙы үҙең һайланыңмы? Кемдәр уҡытты?

˗ XI синыфты тамамлағас, Әлфиә Юлсуринаның тәҡдиме буйынса Өфө сәнғәт училищеһына йыр бүлегенә уҡырға индем. Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова класында белем алдым. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Рәйлә Шәрәфей ҡыҙы Аҙнаҡаева класында уҡыным. Остаздарыма рәхмәтлемен.

˗ Һин – Халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты. Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштың?

˗ Йыр бәйгеләрендә бала саҡтан ҡатнаша башланым. Район буйынса, «Ирәндек моңдары»нда… Һуңынан ˗ «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы лауреаты булдым. Сәлих Сәйҙәшев исемендәге өлкә вокалистар конкурсында, Рәшит Ваһапов исемендәге III Халыҡ-ара татар йыры фестивалендә I урын алдым.

˗ Концерттар менән сит илдәрҙә лә әллә нисә тапҡыр булдың, шикелле…

˗ Эйе, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы булып эшләгәндә ҡайҙа ғына булманыҡ! Башҡортостандың ҡала һәм райондарында, Рәсәй буйлап, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта… Сит илдәрҙән Испания, Франция, Италия, Швейцария, Англия, Төркиәлә булдыҡ. Үҙебеҙҙең Башҡортостанды, милли кейемебеҙҙе, музыка ҡоралдарын күрһәтеп, йыр-моңдарыбыҙҙы ишеттереп, республикабыҙҙы сит илдәрҙә танытып йөрөй торғайныҡ.   

˗ Венера, һин нисә телдә йырлайһың?

˗ Башҡорт, татар, мари, сыуаш,француз, итальян, хатта ҡытай телендә лә йырларға тура килде. ШОС һәм БРИКС үтте бит, шунда «Алтын ҡабыҡ» тигән йырҙы ҡытайса башҡарҙым. «Мираҫ»та эшләгәндә ниндәй илгә барһаҡ, уның телендә йыр әҙерләп бара инек. Төркиәгә – төрөксә, Ҡырымға – ҡырым татарҙары телендә.

˗ Һине тамашасы халыҡ йырҙарын оҫта башҡарғанға ла хөрмәт итә...

˗ Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын Әлфиә Юлсурина өйрәтте, тип әйткәйнем инде. «Зөбәйҙә», «Таштуғай», «Абдрахман», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә», «Элмәлек», «Гөлнәзирә»… Һәр йырҙы бит еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Тотонғанмын икән, яратып йырлайым, халыҡ минең башҡарыуымда яратып ҡабул итерлек булһын. Минең оҡшамаған йырым юҡ. Йырларға ауыр булыуы ғына ихтимал. Бөтә йырҙарҙы ла яратып ҡабул итәм, уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар бит.

    ˗ Йыр-моңға һәләтле балаларға ниндәй теләктәрең булыр?

    ˗ Аллаһы Тәғәлә йырғамы, бейеүгәме һәләт биргән икән, балаларға уны үҫтереүҙәрен теләр инем. Атай-әсәйҙәр улдарының, ҡыҙҙарының ундай талантын күреп ҡалып, үҫтереүгә ярҙам итһен, ҡанат ҡуйһын. Хәҙер үҙеңде төрлө яҡлап асырға төрлө мөкинлектәр бик күп, түңәрәктәр эшләй, интернет селтәрендә лә йырҙар табырға мөмкин. Атай-әсәйҙәргә шуны әйткем килә: йыр-бейеүҙе икенсе планға ҡуйырға ярамай. Сөнки башҡорт халҡының телгә булған һөйөүе йыр-моң аша сағылыш таба, һаҡлана.   

  ˗ Ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар? Ғаиләлә яратҡан аш-һыу төрө?

  ˗ Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек бәйләргә, тегергә яратам. Бешеренергә лә әүәҫмен. Беҙҙең ғаилә билмән, манты, салаттар ярата. Сәй янына йыш ҡына бешерә торған бәлештәрем бар: эремсектән, алманан. Тағы баҡса эштәре менән булыу, сәскәләр үҫтереү оҡшай. Шуға ла ҡаланан ситтә йорт алдыҡ.   

  ˗ Яратҡан фильмың?  

  ˗ Бөтә совет фильмдарын яратып ҡарайбыҙ: «Бриллиантовая рука», «Девчата», «С легким паром»… Һүҙҙәрен ятлап бөткәнбеҙ, бына хәҙер шулай тип әйтә тип алдан белеп ултырабыҙ, барыбер ҡарайбыҙ.

  - Яратҡан миҙгелең ниндәй?

  ˗ Яҙ көнө тәбиғәт уяна, йәй йылы, еләктәр бешә, көҙ емештәр өлгөрә. Шуға был миҙгелдәрҙе ныҡ яратам. Ҡышты ғына ауырыраҡ үткәрәм, яратмайым, тип тә әйтә алмайым.

 - Яуаптарың өсөн рәхмәт, Венера! Аллаһы Тәғәлә биргән талантың менән киләсәктә лә халҡыбыҙҙы ҡыуандырып тор. Милләтебеҙҙең байлығы булған боронғо халыҡ йырҙарын йәшәтеүең өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Үҙең әйтмешләй, йыр-моңобоҙ тынмаһа, туған телебеҙ ҙә үлмәҫ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Фотолар ғаилә архивынан.

 

 

 

Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә
Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә
Йыр-моңға һөйөү телде йәшәтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: