– Айназ, ғәҙәттәгесә, әңгәмәне бәләкәй сағыңдан башлайыҡ. Ҡайҙа тыуып үҫтең? Ғаиләң хаҡында белгебеҙ килә.
– Тыуған ерем – Учалы районының Уральск ҡасабаһы. Атайым, Рәйес Жәүҙәт улы, Наурыҙ ауылынан. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич исемендәге премиялар лауреаты. Ул – минең төп остазым. Атайым шул тиклем өлгөр, етеҙ, бер минут ваҡытын да бушҡа үткәргәнен күргәнем юҡ. Белеме буйынса умартасы ул, тик ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләне. Бейеүсе, ҡурайсы. Әсәйем Лилиә Нурмөхәмәт ҡыҙы – Әбйәлил районы Таштимер ауылыныҡы. Улар Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡығанда танышҡан. Әсәйем дә гел сәнғәт өлкәһендә эшләне, бигерәк тә бейергә ярата. Әле «Мәргән уҡсы» хәрәкәтендә ҡайнайҙар. Атайым менән әсәйем хәҙер беҙҙең эргәлә, уларҙы Өфө янындағы ауылға күсереп алдыҡ. Беҙҙең туғандар ҙа тырыш, әүҙем, төрлө йәмәғәт сараларын ҡалдырмайҙар.
– Ә мәктәп осоро нисек хәтереңдә ҡалды?
– Миңә 5 йәш булғанда Учалы ҡалаһына күсендек. Балалар баҡсаһында тәүҙә ҡыйынға тура килде: урыҫса белмәй инем. Шуға күрә ярты йыл буйы аралашырлыҡ дуҫтарым да булманы. Ә Айгөл апайым мәктәптә уҡый ине инде. Үҙем ҡалалағы 3-сө лицейҙа белем алдым, VIII синыфҡа иһә Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына барҙым. Хәтерләйем, унда уҡырға ингәндә математиканан иң ҙур балл йыйғайным. Гимназияны алтын миҙалға тамамланым. Уҡып ҡына йөрөмәнем, мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнаным: бейеү, ҡурай буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып, гел тәүге урындар ала инем.
– Улай яҡшы уҡығас, төрлө олимпиадаларҙы ла ҡалдырмағанһыңдыр әле?
– Әлбиттә! Тикшеренеү эштәре менән фәнни-ғәмәли конференцияларға йыш йөрөнөм. Беҙҙең өйҙә ҙур шәжәрә һаҡлана, уны теләп өйрәнеп, төрлө бәйгеләрҙә сығыш яһай торғайным. Йәнә математика буйынса республика олимпиадаларында призлы урындар ала инем. Башҡорт теле, әҙәбиәте, тарихы буйынса сараларҙа күп ҡатнашһам да, нимәһе ҡыҙыҡ – китап уҡырға барымым юҡ. Ә бына шиғырҙарҙы ныҡ яратам! Айырыуса Рәми Ғарипов ижады оҡшай.
– Музыкаль белемде ҡайҙа алдың?
– Минең музыкаль белемем юҡ. Унынсы синыфта, артабан ҡайҙа уҡырға барырмын, тип уйлана башланым. Ул саҡтағы директор Әлфир Сулпан улы Ғайсин Санкт-Петербургтағы университетты тәҡдим итте. Шулай итеп, гимназияны тамамлағас, төньяҡ баш ҡалаға уҡырға киттем. Бюджет урынға еңел генә индем. Мәғлүмәт технологиялары буйынса белем биргән ныҡ көслө һәм бөтә донъяға билдәле вузды бөттөм.
– Тик, белеүемсә, алған һөнәрең буйынса шунда уҡ эш башламағанһың, эйе бит?
– Сөнки мине мәҙәниәт, сәнғәт һәр саҡ үҙенә тарта. Питерҙа ла һәләтле башҡорт йәштәре менән төрлө саралар ойоштороп йөрөнөк бит. Ундағы бик текә «Терема» оркестрында ҡурайсы булып эшләү бәхете тейҙе. Өфөгә ҡайттым да Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә барҙым. Улар мине ун берҙе бөткәс тә эшкә саҡырғайны. Тик һуңғы мәлдә кире уйланым: юлыма Роберт ағай Юлдашев осраны һәм үҙенең «Ҡурайсы» төркөмөнә ҡоҙаланы. 2017 йылдан алып шунда эшләнем. Был осор миңә үҙ һәләттәремде нығыраҡ асырға ярҙам итте, музыкаль өлкәлә тәжрибә тупланым. Гастролдәр менән йөрөү ҙә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.
– Тап шул ваҡытта һин «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә ҡатнаштың, шикелле?
– Эйе. Әсәйем менән сыҡтыҡ сәхнәгә. Финалға 12 пар бәйгесе үттек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңеп булманы. Шулай ҙа ҙур тәжрибә алдым, етмәһә, ошонан һуң мине күреп ҡалып, телевидениеға эшкә саҡырҙылар. «Ҡурайсы» төркөмөндә һәм параллель рәүештә Телеүҙәктә эшләп йөрөнөм. Хатта үҙемдең тапшырыуым да бар ине. Һуңынан туған гимназиямда «Аманат» этно-коллективын йыйып алып, шуның тәүге етәксеһе булдым. Әйткәндәй, тиҙҙән тәүге альбомдары ла донъя күрәсәк балаларҙың.
– Әле һөнәрең буйынса эшләп йөрөйһөң, шул уҡ ваҡытта этно-төркөмдә лә йырлайһың, шулаймы?
– Дөрөҫ. Төп эшем дәүләт һатып алыуҙары менән бәйле. 2022 йылда «Йатаған»дың етәксеһе, композитор, думбырасы Илдар Шакирҙың саҡырыуы буйынса уның коллективына килдем. Быйыл төркөмөбөҙгә 10 йәш тулды. Былай һәр беребеҙҙең төп эш урыны бар. Ә төркөмдә Аяз Нухов (виолончель, ҡыл-ҡумыҙ), Рәсим Лоғаманов (һуҡма инструменттар), Иҙел Аралбаев (йыр, ҡурай) менән ихлас ижад итәбеҙ, күберәк элекке йырҙарҙы башҡарырға тырышабыҙ. Төрлө ҡалаларға гастролдәргә йөрөйбөҙ. Мин үҙем коллективта ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнайым, йырлайым, өзләйем. Ғөмүмән, ҡыҙыҡ өсөн һанап ҡарағайным, ун бер музыка ҡоралында уйнай беләм икән. Ә бына Илдар Шакир уйнаған йатаған атамалы музыка ҡоралын белеүселәр һирәк. Уны профессор Айрат Ҡобағошов тергеҙгән. Беҙҙең төркөмдөң исеме лә шунан алынған бит. Йатағанды халыҡ араһында күрһәтергә, таратырға тырышабыҙ.
– Айназ, «Серлетур» тип аталған сәйәхәттәрҙе ойоштороусыларҙың береһе лә тип беләм һине...
– Дуҫым Зиннур Исҡужин менән был эште 2014 йылда башланыҡ. Тәүҙә таныш-тоноштар йыйылышып ҡына тауҙарға йөрөй торғайныҡ. Хәтеремдә, тәүге тапҡыр ҙур булмаған төркөм менән Белорет районындағы Айғыр ҡаяһына күтәрелдек. Ашарға алаһың, электричкаға ултыраһың да – алға! Хәҙер бер турға 50 – 60 кеше йыйылып китә. Ә туристик йәмғиәт булараҡ быйыл ғына теркәлдек. Күберәк тауҙарға сәйәхәт итәбеҙ. Алдан, әлбиттә, күңел асыу программаһын уйлайбыҙ, барып еткәс, уңайлы шарттарҙа урынлашыу ҙа мөһим. Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес тәбиғәтен «сториз»дарында күрһәтһендәр өсөн билдәле блогерҙарҙы ла алабыҙ. Эсеү-тартыу тыйыла. Турпоходтың ыңғай яҡтары нимәлә? Йәштәр таныша, аралаша, ғаилә ҡороусылар ҙа бар. Йәнә төрлө райондарҙағы эшҡыуарҙарға ла ярҙам итәбеҙ, килеп сыға. Уларға кәңәшем: туристарҙы йәлеп итерлек урындар – уңайлыҡтары булған йорттар төҙөргә була.
– «Самауырлы ритайым» йыйылыштары йәштәр араһында бик популяр хәҙер. Быйыл бишенсе йыл ойошторолдо. Шул хаҡта һөйләп үт әле.
– Ысынлап та, аҙна һайын үткәрһәң дә, кешене ялҡытмай ул. Яҙҙан көҙгә хәтлем Ағиҙел яры буйында йыябыҙ халыҡты. Беҙ – ошо ритайымды ойоштороусылар, командабыҙҙа егермеләп кеше иҫәпләнә. Идея – билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм ағай Абдразаковтыҡы. Беҙҙең бағыусылар юҡ. Үҙебеҙ сәй, һыу, кәнфит-печенье алып, йырсылар менән һөйләшеп башлап ебәрҙек. Ритайымға килеүселәр үҙҙәре хәҙер донат күсерә, йәғни ярҙам итә: 200 – 300 һум булһа ла, киләһе осрашыуға тәмлекәстәр алырһығыҙ, тиҙәр. Әйткәндәй, йырсыларҙың береһе лә сығышы өсөн аҡса һорағаны юҡ. Ундағы мөхитте бер ниндәй аҡса менән дә иҫәпләп булмайҙыр ул!
– Бигерәк өлгөрһөң икән! Алдағы тормошоңдо нисек күҙ алдыңа килтерәһең? Ниндәй маҡсаттар ҡуяһың?
– Мине аңлаған, илһамландырған, ижади ҡарашлы ҡыҙҙы осратып, ғаилә ҡорорға, бәхетле атай булырға теләйем. Әлеге эшемде лә уңышлы ғына дауам иткем килә. Бер тулҡында булған кешеләр күберәк осраһа ине юлымда. Шулай, миңә күп кәрәкмәй! «Йатаған»дың апрелдә үтәсәк юбилей концертында ла көтөп ҡалам һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар!
БЛИЦ-ҺОРАУЛАМА
Тыуған йылы: 1996.
Йондоҙнамәһе: Һыуғояр.
Яратҡан аҙығы: учалыларса әйткәндә, бәрәңге! Нисек кенә бешерелһә лә, күпме бешерелһә лә ашай.
Оҡшаған төҫтәре: һары, ҡыҙыл.
Яратҡан башҡарыусылары: Дмитрий Хворостовский, Андреа Бочелли, Дим Мәннән.
Үҙ иткән спорт төрҙәре: футбол, баскетбол, йүгереү. Еңел атлетика буйынса спорт мастерына кандидат та.
Ял итергә яратҡан урыны: тәбиғәт ҡосағы.