

– Урал, бала сағығыҙға ҡайтып әйләнгәндә, ул нисек үтте? Мәктәптә нисек өлгәштегеҙ?
– Бала сағым тыуған ауылым Кейекбайҙа үтте, тик күңелле хәтирәләр генә һаҡлана күңелемдә. Бәхетле замандар! Үҙем тик ултырған бала булманым былай. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә алдынғы инем. Ҡайһы ваҡыт «өслө»ләр эләктерһәм дә, мәктәпте ударник булараҡ тамамланым. Гуманитар фәндәрҙе үҙ иттем, шулай ҙа һәр предметҡа тигеҙ ҡарарға тырыштым. Алгебра уҡытыусыһы күберәк үҙ фәненә тартты, һин булдыраһың, минең юлдан кит, тип өгөтләне. Башҡорт теле уҡытыусыһы, әйҙә тырыш, һине бит филология факультетына ҡуш ҡуллап аласаҡтар, ти ине. Тик минең маҡсат икенсе ине – үҫкәс, артист булам, тинем.
– Ә ата-әсәйегеҙ кем булып эшләне? Һөнәр һайлауға улар йоғонто яһанымы?
– Улар – ҡортсолар. Махсус училищены тамамлағас, юллама буйынса 7 кешене Бөрйән районына ебәрергә тейеш булғандар. Бишеһе айыуҙан ҡурҡып риза булмаған, ә атайым менән әсәйем барып, эшкә урынлашып, һуңынан өйләнешеп тә ҡуйғандар. Атайым – Баймаҡ, әсәйем – Әбйәлил районынан. Ә мин Бөрйән районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Һөнәр һайлағанда иһә улар мине хупланы ғына, үҙҙәренең фекерен көсләп таҡманы.
Өлкән ағайым – лётчик, икенсеһе – ҡортсо, бер апайым ауылда торһа, икенсе апайым һәм мин Өфөлә йәшәйбеҙ. Ныҡ дуҫбыҙ, бөтә байрамдарҙа бергәбеҙ. Уларҙың үҙҙәренең балаларын һанаһаң, 13! Кескәйҙәр менән ваҡыт уҙғарырға яратам, йә походҡа сығабыҙ, йә велосипедта йөрөйбөҙ... Балалар дәрт бирә бит ул! Бер психолог әйтмешләй, балаларға һәм ололарға ваҡытыңды йәлләмәй бүлергә кәрәк. Мин уның менән риза.
– Мәскәүҙә белем алып ҡайтҡан «щепкинсы»ларҙың береһе бит әле һеҙ. Башҡортостандан махсус йыйылған актёрҙар курсы илебеҙ баш ҡалаһында нисек уҡыны?
– Студент йылдары күңелле булып хәтерҙә ҡалды: көнө-төнө уҡыһаҡ та, тәртип яғы ныҡ ҡаты булһа ла, һағынып иҫкә алам. Уҡытыусылар беҙгә шундай төплө белем биргән, тип уйлап ҡуям.
Ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа булды. Ике меңенсе йылдар башы, кәрәҙле телефондар ҙа сыҡмағайны әле. Бер-ике йылдан ғына үҙемә телефон һатып алдым. Йыраҡ юлдан ҡайтыуы ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра торғайны – поездан автобусҡа күсәһең, самолёт тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бер ваҡыт ҡышҡы һалҡын кистә, ауылға тиклем автобус булмау сәбәпле, ҡыйбат ҡына хаҡҡа такси ялларға тура килеүе хәтеремдә. Хәҙер рәхәт шул! Ниндәй генә транспорт йөрөмәй.
– Урал, ә Башдрамда тәүге ролегеҙ ниндәй спектаклдә булды?
– Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» әҫәре буйынса ҡуйылған «Серле көршәк» исемле балалар әкиәтендә уйнаным. 2008 йыл ине. Был әҫәрҙе сәхнәгә бергәләп сығарҙыҡ, ул аҙаҡ Санкт-Петербургта фестивалдә лә еңеүгә лайыҡ булды. Ышанаһығыҙмы, мин был әкиәттә һаман уйнайым!
– Һеҙҙе актёр булараҡ ҡына түгел, бейеүсе итеп тә беләбеҙ. Бейеү һеҙҙең тормошоғоҙҙа ҙур роль уйнаймы?
– Әгәр бала саҡта мөмкинлек булып, мине бейеүгә бирһәләр, шул юлдан китеп тә барыр инем. Ә бөгөн театрҙа эшләүем миңә ике өлкәне берләштерергә форсат бирә. Бейеү – ул хәрәкәт, һаулыҡ.
Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡас, ныҡ бейегем килә ине. Хатта билдәле ансамблгә саҡырыу алдым. Шулай ҙа театрҙы һайланым. Ә бына «Байыҡ» телевизион конкурсына Сулпан Асҡарованан махсус рәүештә ике бейеү һалдырып, унда еңеүем – ҙур уңыш. Миңә спектаклдәрҙә лә бейей торған ролдәр бирәләр. Кескәйҙәр өсөн ҡуйылған әкиәттәрҙәге персонаждарҙан башлап «Руди – never off»тағы төп геройға тиклем барыһын да яратып башҡарам.
– Киләсәккә ниндәй хыялығыҙ, пландарығыҙ бар?
– Яңы ролдәр тыуҙырырға, үҫешергә. Төрлө режиссёрҙар менән эшләп ҡарағы килә. Әле беҙҙә ҡуйылған 45 спектаклдең 28-ендә уйнайым, Аллаға шөкөр. Йәйен театрҙа балалар өсөн сәхнә әҫәрҙәре күп күрһәтеләсәк, барыһын да ғаилә менән килеп ҡарарға саҡырам!
Блиц-һораулама
Тыуған көнө, йылы: 20 июль 1985 йыл.
Оҡшаған төҫө: классика – аҡ, ҡара.
Шөғөлдәре: әүҙем ял – сапборд, велосипед, тау саңғыһы, сноубордта йөрөү, боулинг, бассейн, әммә иң мөһиме – дуҫтары эргәлә булһын!
Яратҡан кейем стиле: иркен стиль.
Иң оҡшаған бейеүҙәре: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленеке, шулай уҡ Игорь Моисеевтың «Ночь на Лысой горе» балеты.
Булған илдәре: Ҡаҙағстан, Төркиә, Израиль, Венгрия, Австрия.