

– Айҙар, һин Башҡортостандың сәнғәт донъяһына «Сулпылар» телевизион йыр конкурсы аша килеп индең, шикелле, эйе бит? Исемең бала сағыңдан таныш. Тәүге сығыштарың, ниндәй йырҙар башҡарыуың, остаздарың тураһында һөйлә әле.
– Эйе, «Сулпылар»ҙа ҡатнашҡан мәлдәр иҫемдә. Хатта I урын алғайным. «Яҙғы кәйеф» һәм «Маһисәрүәр» тигән йырҙарҙы аранжировкалап башҡағайным. Ул ваҡытта мәктәптәге йыр уҡы тыусыһы Наталья Александровна остазым булды. Былай тәүге тапҡыр биш йәшемдә сәхнәгә сыҡтым: район йыр конкурсында тиҫтерҙәрем араһында Гран-при яулағайным.
– Белеүебеҙсә, һин – Учалы егете. Ҡайҙарҙа белем алдың, ниндәй түңәрәктәрҙә оҫталығыңды арттырҙың?
– Эйе, мин Учалы ҡалаһынан. Атай-әсәйем – Баймаҡ районы Темәс һәм Үрге Иҙрис ауылдарынан. Шуға үҙемде тәнем менән – Учалынан, йәнем менән – Баймаҡтан, тим. Атай-әсәйем Айгөл һәм Илшат Исхаҡовтар Учалы филармонияһы бейеү ансамблендә эшләгәс, миңә, әлбиттә, уларҙың репетицияларын, концерттарын күреп, башҡорт моңон, төрлө халыҡтар көйҙәрен тыңлап үҫергә тура килде. 10-сы мәктәптә белем алдым, 1-се музыка мәктәбенә йөрөнөм. Ә VII синыфҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға килгәс, ҡурайға, бейеүгә йөрөй башланым. VIII синыфта республика ҡурайсылар бәйгеһендә II урын алыуға өлгәшкәйнем. Гимназияла төрлө түңәрәктәр эшләне. «Аманат» фольклор ансамблендә думбырала уйнаным. Шулай уҡ волейбол, баскетбол секцияларына ла йөрөнөм. Гимназиянанан һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, аспирантурала уҡыйым.
– Әлеге ваҡытта төп эш урының ҡайҙа?
– Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамблендә ҡурайсымын . Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетында бейеү ансамбле хореографымын, репетитормын. Төрлө майҙансыҡтарҙа йырлайым. Үҙемдең төркөмдәштәремдән төркөм йыйып, бергәләп тә сығыш яһайбыҙ.
– Һине йырсы, ҡурайсы, бейеүсе булараҡ та беләбеҙ. Ҡайһыһы күңелеңә яҡыныраҡ? Үҙең дә йырҙар ижад итәһең. «Башҡорт йыры» телевизион йыр конкурсында махсус номинацияға лайыҡ булдың. «Байыҡ»та иһә һин әҙерләгән ансамблдәр уңышлы сығыш яһаны. Һәләтле кеше төрлө яҡлап һәләтле була, тиеүҙәре һиңә лә ҡағыла...
– Рәхмәт. Миңә иң яҡыны – йыр. Тимәк, йырсымын. Шунан инде – бейеүсе, ҡурайсы, гитарасы. Фортепианола ла уйнайым. Ниңәлер йырлау оҡшай, күңелемә яҡын. Эйе, үҙем дә ижад итәм. Йырҙарымды музыка майҙансыҡтарында тыңларға мөмкин. Гимназияла уҡығанда тәүҙә мин урыҫ телендә бер-ике йыр ижад иттем. Һуңынан башҡорт моңон үҫтереү теләге менән туған телемдә генә яҙа башланым. Йыр, әлбиттә, ниндәйҙер тетрәнеү кисергәндә күңелдә тыуа. Тәүге альбомым «Был ерҙә» тип атала һәм унда тыңлаусыларымды кешелеклелек, изге күңеллелек тураһында онотмаҫҡа саҡырам.
– Һинең йырҙарың үҙенсәлекле, башҡа авторҙарҙыҡынан айырылып тора.
– Блюз, инди, соул стилдәрен берләштереп башҡортса йырҙар яҙам. Тыңлаусыларым араһында башҡа милләт вәкилдәре күп. Тимәк, беҙҙең моң уларға ла оҡшай. Шулай туған телемде, моңобоҙҙо халыҡтар араһында таратыуым менән бәхетлемен.
– Көҙ көнө интернет селтәрендә «Азамат» башҡорт халыҡ йырын башҡарған видеояҙмаң киң таралды. Оҙон көйҙө еренә еткереп, шул тиклем матур йырлайһың. Тағы ниндәй боронғо йырҙарҙы беләһең? Кем дән өйрәнәһең? Йыр буйынса остазың кем?
– Ысынлап та, ул видео ныҡ таралды. Башҡорт халыҡ йырҙарының бик әҙен генә беләм: «Азамат», «Ҡарағат», «Уйыл», «Маһисәрүәр», «Урал»… Әлеге ваҡытта остазым юҡ, күберәк яҙмаларҙы тыңлап, үҙем өйрәнәм.
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Кейәүҙәр» тигән спектаклдә лә ҡатнашҡанһың. Ошо турала ла һөйлә әле: ниндәй проект ул, һин ниндәй роль уйнаның?
– Был спектаклгә режиссёр Фирғәт Ғарипов саҡырҙы. Музыкаль комедия ул. Спектакль барышында минең йырҙарым яңғырай. Актёр ҙа кеүек, үҙ үҙемде уйнайым, туйға мине музыкант итеп саҡыралар ҙа, әйҙә быны уйна, тегене уйна, тип заказ бирәләр. Ҡунаҡтар нимә генә эшләмәй, туҡмап та ташлайҙар, ҡыҙыҡ ҡына комедия.
– Йәштәргә ниндәй теләк-тәҡдимдәрең булыр?
– Тормошта төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк. Яңы эшкә тотонорға бер ҡасан да һуң түгел һәм, килеп сыҡмаҫ, тип ҡурҡырға ярамай.
–Һиңә артабан да уңыштар, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеүеңде теләйбеҙ, Айҙар!
Тыуған көнө – 15 апрель.
Яратҡан миҙгеле - ҡыш.
Яратҡан төҫө – йәшел.
Яратҡан фильмы - «Бунтарь без причины».
Яратҡан китабы – «Алхимик», Пауло Коэльо.
Яратҡан шиғыры - «Кеше», Рәми Ғарипов.
Яратҡан композиторы, йырсыһы – Рей Чарльз.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.