Мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Венера Морат ҡыҙы Ҡасҡынова ҡаршы алып: – Беҙҙә яңыраҡ бик матур сара үтте. Ул әле башланып торған Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналғайны. Мәктәп директоры Рәмил Йәноҙаҡ улы Сәлихов ҡотлау һүҙендә: «Татыулыҡта, берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ», – тине. Бөтәбеҙгә лә уңыштар теләне. Йола буйынса, тантананы мәктәбебеҙ сәсәндәре матур итеп асып ебәрҙе. Һәр синыф уҡыусылары Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәрен кейеп, уларҙың көнкүрешен, милли ризыҡтарын, мәҙәниәт үҙенсәлеген күрһәтергә тырышты. Залдағылар бигерәк тә V – VII уҡыусылары башҡарған халыҡ бейеүҙәрен яратып ҡараны. Сағыу кейемдәр, дәртле көйҙәр һәм төрлө халыҡсан хәрәкәттәр барыбыҙға ла оҡшаны. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Бына шулай дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм берҙәмлек йылын башлап торабыҙ әле, – тине. Был мәктәптә көн дә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы сара ойошторола икән. Мин барғанда ла II «А» синыфы уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе башланырға тора ине. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға арналғайны. Балалар ҙур теләк менән яуҙағы атай, ағайҙарына һаҡселтәрҙәрҙе эшләгәндә уңайлы булһын өсөн ҡырҡылған таҫманы дөрөҫ итеп урарға өйрәнде. Был синыфта уҡыған Ралина Әлибәкова, Аделина Мөхәмәтшина һәм Азалиә Сыңғыҙованың атайҙары ла яуҙа беҙҙең тыныслыҡ өсөн дошмандар менән көрәшә. Шулай уҡ Солтан Йәнбаев менән Рамаҙан Ҡаҙаҡбаевтың олатайҙары ла махсус хәрби операцияла ҡатнаша икән. Улар ҡәҙерле кешеләрен һағыныуҙары, һуғыштың тиҙерәк бөтөүен түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре тураһында моңһоуланып һөйләне, хатта ҡыҙҙарҙың күңелдәре тулып, күҙҙәренән йәш тә тамды... Уҡыусылар миңә лә таҫманы дөрөҫ урарға өйрәтеп, бергәләшеп изге эште башҡарып та ҡуйҙыҡ. Шуныһы ҡыуандырҙы: икенселәр үҙ-ара бик татыуҙар, берҙәмдәр икән. Бер-береһенә ярҙам итергә әҙер генә торалар. Үҙҙәренең белмәгән нәмәһе юҡ бит әле! Һәр береһе нимәгәлер һәләтле, барыһы ла тырыш, әүҙем. 6 уҡыусы тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшһә, 15-е «дүртле» һәм «бишле»гә уҡый. Шулай уҡ төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулағандар. «Урал батыр» конкурсында 8 бала үҙ көсөн һынап ҡараған. Хәсән Сапаров район буйынса ғилми-эҙләнеү эше менән еңеү яулап, Өфөгә бәйгегә барырға йыйына. Етмәһә, синыфтары менән «Рәсәй балапандары» хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары иҫәбендә торалар. Әле район буйынса бәйгелә еңеү яулап ҡыуанғандар. Әгәр икенсе этапта ла иң-иңе булһалар, «Артек» Бөтә Рәсәй лагерына юллама менән бүләкләнәсәктәр икән. Уңыштар һеҙгә, икенселәр! Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Синыф етәкселәре Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина «Йәншишмә» гәзитен дәрестә йыш ҡуллана. Балалар гәзитте яратып уҡый. Хатта минең «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабым хаҡында ла һорашып, бик күп һорауҙарына яуап алдылар. Улай ғына түгел әле, үҙемә лә бурыс-йөкләмә биреп ҡуйҙылар. Әйткәндәй, был мәктәптә сират буйынса һәр синыф атай-әсәйҙәре менән яуҙағыларға гуманитар ярҙам күрһәтеп тора. Күптән түгел уҡытыусы Розалиә Рафаэль ҡыҙы Йәноҙаҡова етәкселегендә V «А» синыфы уҡыусылары һалдат ағайҙарына хат яҙып, посылка ебәргән булған. Уны тәғәйен генә адрес буйынса яҙмаһалар ҙа, ошо синыфта уҡыған Раян Байымовтың атаһына барып эләккән. Бына ниндәй шатлыҡлы хәбәр! Был мәктәп коллективы 2026 йылды ла матур уҙғарырға уйлай һәм тырыша.
Зөһрә ХӘКИМОВА.