Серле кейеҙ менән таныштылар

Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йортонда "Серле кейеҙ" тигән байрам уҙҙы. Был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.

Серле кейеҙ менән таныштыларСерле кейеҙ менән таныштылар
Серле кейеҙ менән таныштылар

Һәр ғаиләгә йылылык өләшкән, һәр милләттә лә ҡиммәтле, һаҡлап ҡалынған кәсеп ул кейеҙ баҫыу. Бына инде 5 йыл ауыл клубында эшләп килгән кейеҙ баҫыу клубы "Серле кейеҙ" исемен йөрөтә һәм унда ошо серҙәргә өйрәнеү, матурлыҡ, йылылыҡ тыуҙырыу менән шөғөлләнә апай, килендәр, хатта ир-егеттәр. Бик боронғо кәсеп ошо көнгә тиклем һаҡланып килгән һәм хәҙерге көндә яңы һулыш ала. Кейеҙ экологик яҡтан саф, йылы, шифалы ла. Уның серҙәре бик күп. Бына шундай серҙәргә өйрәнеү, күреү, һоҡланыу байрамы булды был сара.
Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, кейеҙ тарихын өйрәнеү, йыр-бейеүҙәр, оҫталыҡ дәресе, кейеҙ менән яҡындан танышыу һәр кемдең күңеленә ятты. Күрше Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, Алһыу Тәлғәт ҡыҙы Аҡъюлова етәкселегендә мәктәп уҡыусылары ла ҡыҙыҡһынып ҡатнашты был сарала. Һәр кем илһамланып, дәртләнеп, өйрәнеп шатланып ҡайтты. Ә Вәзәм ауылында кейеҙ баҫып ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, һәр кем үҙенсәлекле итеп кәрәгенсә баҫып ала, һоҡлана һәм ҡыуана. Сөнки бер яҡтан һаулыҡты һаҡлаһа, икенсе яҡтан өҫтәлмә табыш сығанағы ла был кәсеп.
Байрам бик йәмле һәм рухлы үтте.
- Иң ҡыҙыҡлы өлөш оҫталыҡ дәресе булды. Унда ҡатнашып, сарала ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән аяҡ кейемдәре эшләргә өйрәнделәр. Балалар йөндән кейеҙ муйынсаҡ баҫтылар. Ҡыҙыҡ та, матур ҙа, экологик таҙа һәм заманса алым бик оҡшаны уларға. Байрам дауамында йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр бейелде. Кейеҙ менән яҡындан танышыу, уның йылылығы һәр кемдең күңеленә хуш килде, - тип хәбәр итә дәртле Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы.

"Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөнә алынды.

Серле кейеҙ менән таныштылар
Серле кейеҙ менән таныштылар
Серле кейеҙ менән таныштылар
Серле кейеҙ менән таныштылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас