Халҡым хазинаһы

Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейеме көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан 30-сы моделле балалар китапханаһында «Селтәр» студияһы оҫтаһы Наилә Хәсәнова менән ижади осрашыу үтте.

Халҡым хазинаһыХалҡым хазинаһы
Халҡым хазинаһы

Наилә апай башҡорт халыҡ костюмы барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп кенә ҡалманы, ә төрлө билдәләр менән дә таныштырҙы. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгәнен һәм уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейеме барлығы тураһында ла әйтеп үтте.

Балалар кейем үҙенсәлектәре менән танышты, баш кейеме, түшелдеректәр, биҙәүестәр хаҡында белде. Оҫта апай уникаль ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен эшләү серҙәре менән дә уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ милли кейемдәге ҡурсаҡтарҙы ҡарап, һәр береһенең матурлығын баһалай алды.

 

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Евгения АҠБАШЕВА фотолары.

 

 

Халҡым хазинаһы
Халҡым хазинаһы
Халҡым хазинаһы
Халҡым хазинаһы
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас