Музейҙа диктант яҙҙылар

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ла Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа ҡушылдылар.

Музейҙа диктант яҙҙыларМузейҙа диктант яҙҙылар
Музейҙа диктант яҙҙылар

Сарала республиканың күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки  Әлибаев һәм мемориаль йорт-музей мөдире Алина Байегетова сәләмләне.

Махсус хәрби операцияға арналған тексты Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин яҙған. Уны филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова уҡыны.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курс студенттары сығышы сараның иң сағыу биҙәге булды. Улар Назар Нәжми әҫәре буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре тәҡдим итте.

Акцияла республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре - «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов, яуаплы сәркәтибе Марат Әминев, өлкән мөхәррир Дилара Арсаева һәм «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Рәмилә Мусина ла ҡатнашты. Барыһы ла йылы осрашыуҙан ныҡ ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас