+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Көйөргәҙелә — театр конкурсы

Көйөргәҙе районында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған  "Йәнле сәхнә – 2026" тигән конкурс ойошторолған.

Көйөргәҙелә театр фестивалеКөйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале

Унда райондың мәғариф учреждениеларының театр коллективтары сығыш яһаған.
Конкурс төрлө халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм тарихтарын һаҡлау, ижади һәм педагогик тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған.
Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Владимировна Бочарникова сәләмләгән һәм уңыштар теләгән. 

Был турала Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:
"Конкурс киләһе номинациялар буйынса уҙғарылды: "Халыҡтар берҙәмлеге гөлләмәһе", "Данлы минең илем!».
Һәр сығыш үҙенсәлекле булды. Йәш актерҙар төп геройҙарҙың эске торошон һәм күңел кисерештәрен бик оҫта итеп еткерә алды.
Жюри ағзалары һәр сығыштың үҙенсәлекле биҙәлешен билдәләне. һөҙөмтәләр:
"Халыҡтар берҙәмлеге гөлләмәһе" номинацияһы:
I урын - Яңы Мораптал ауылының Б.Бикбай исемендәге мәктәп уҡыусылары коллективы;
II урын - Аҡһары ауылы мәктәбенең «Родники» коллективы;
III урын - Бөгөлсән ауылының М.Ғ. Ҡужаҡов исемендәге мәктәптең "Ассорти" коллективы.

"Данлы минең илем!» номинацияһы:
I урын - Илкәнәй ауылы мәктәбенең "Бәхетле бала саҡ" коллективы;
II урын - Ермолаево ауылының В.Г. Недошивин исемендәге 1-се һанлы мәктәп уҡыусылары командаһы;
II урын - Ермолаево ауылының С. Ғ. Биктимеров исемендәге 2-се һанлы мәктәбенең "Маска" театр коллективы;
III урын - Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбенең "Нәркәс" коллективы ;
III урын - Абдул ауылының Ғ. Ш. Арыҫланов исемендәге мәктәптең "Умырзая" коллективы;
III урын - Керәүле-Илюшкин ауылы мәктәбенең уҡыусылар комнадаһы.
"Иң яҡшы ҡатын - ҡыҙ роле" номинацияһында еңеүсе - Елисеева Ульяна, Ермолаево ауылының 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы;
«Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһында еңеүсе – Ғәлимуллин Тамерлан - Бөгөлсән ауылының М.Ғ. Ҡужаков исемендәге мәктәп уҡыусыһы;
"Туған телдә иң яҡшы постановка" номинацияһында еңеүсе - Яңы Мораптал ауылы мәктәбе командаһы.
Уҡыусыларға һәм етәкселәргә яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!"

Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Көйөргәҙелә театр фестивале
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас