+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына - 35 көн»

20 майҙа «Башҡортостан»  дәүләт концерт залында «III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына - 35 көн» тигән тантана үтте. Ошо көндән алып фольклориадаға тиклем ҡалған көндәрҙе кирегә һанау башлана.

«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына - 35 көн»«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына - 35 көн»
«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына - 35 көн»

Сарала В. Поленов исемендәге Рәсәй Халык ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Татарстандың Традицион мәҙәниәтте үҫтереү республика үҙәге директоры Алһыу Мифтахова ҡатнашты. 

– Уникаль проектҡа старт бирҙек. Быны хуплаған республика Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт. Беҙ бөтәһен дә был матур сарала көтәбеҙ, төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен күрерһегеҙ, – тине Андрей Беляев.

– Рәсәйҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу төрлө коллективтарҙың килеүе көтөлә, төрлө халыҡтарҙың бай мәҙәниәте, йолалары, традициялары менән танышырбыҙ, тәжрибә уртаҡлашырбыҙ, йолаларыбыҙҙы үҫтереү мөмкинлеге лә ул, – тине Фәнүр Шәйхисламов.

– Беҙ булдырҙыҡ, һеҙ ҙә булдырырһығыҙ, – тине үҙ сығышында Алһыу Мифтахова эстафетаны тапшырып.

Әйткәндәй, беренсе Бөтә Рәсәй фольклориадаһы 2022 йылда Сыуашстанда уҙһа, II Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2024 йылда Татарстанда үтә. Эстафетаны Башҡортостанға тапшырырға Татарстан Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең балалар составы ла килде. Ижади кисәлә Ҡырмыҫҡалынан  «Далан» өлгөлө хореография ансамбле, Туймазынан «Сәфәр» өлгөлө хореография ансамбле, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат- гимназияһынан  Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле ҡатнашты. Шулай уҡ концерт залының фойеһында халыҡ ижадына арналған күргәҙмәләр эшләне. Тышта балалар менән әйлән-бәйлән һәм башҡа халыҡ уйындары ла уйналды.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 23–27 июндә үтә. Барығыҙҙы ла байрамда көтөп ҡалабыҙ!

«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн»
«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн»
«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн»
«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн»
«III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына 35 көн»
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас