+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Аҡ юл һеҙгә!

Был кескәйҙәр менән ҡала конкурсында танышҡайныҡ. Саф башҡортса ҡыйыу сығыш яһап әсир иткәйне улар тамашасыны. Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары һуң! Буласаҡ әртистәр! Күптәренең ата-әсәһе актёр, йырсы, блогер булғанға ғына түгел, ә милли рухлы балалар баҡсаһына йөрөгәнгә лә шулай.

Аҡ юл һеҙгә!Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!

Өфөләге “Ғаилә” эко-балалар баҡсаһы инде дүрт йыл эшләй. Дәртле, ихлас кескәйҙәр менән яҡындан танышырға уларҙың ҙур байрамы көнөндә барҙыҡ. Балалар шау-гөр килеп сығарылыш кисәһенә әҙерләнә, ата-әсәләр ҡайнаша... Ике ҡатлы иркен шәхси балалар баҡсаһында бөтә шарттар булдырылған. Иң мөһиме - бында кескәйҙәр милли рухта тәрбиәләнә. Улар төп дәрестәрҙән (һүрәт төшөрөү, хәрефтәр өйрәнеү, пластилиндан әүәләү, аппликация) тыш башҡортса йырларға, шиғыр һөйләргә, бейергә өйрәнә, театр серҙәренә төшөнә. Балалар баҡсаһы төрлө акцияларға ҡушыла, йәрминкәләр, байрамдар үткәрә - ҡыҫҡаһы, иҫ киткес тормош икән бында!

Сығарылыш кисәһе лә бер тында үтеп китте. Сығыштар бик матур булды. Утыҙҙан ашыу баланың ун бере, шулай итеп, үҙҙәре өсөн яңы донъяға аяҡ баҫа - мәктәпкә бара. Күп ата-әсәләр Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына яҙылып та ҡуйған.

Ошондай балалар булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө. Уларҙы “Йәншишмә”нең дуҫтары итеп күрергә теләгебеҙ ҙур.

Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас