

Ҡатнашыусыларҙы В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фанур Шәйхисламов сәләмләне. Сарала шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының сәнғәт һәм халыҡ ижадын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү департаментының музыкаль сәнғәт һәм халыҡ ижады бүлеге етәксеһе Давид Нахатакян ҡатнашты.
Эксперттар традицияларҙы һаҡлау тураһында докладтар тыңланы, һуңынан конференцияның төп тезистары билдәләнде:
1.Тәжрибә уртаҡлашыуҙы уңышлы тип танырға һәм эште дауам итергә;
2. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортона фольклор буйынса педагогтарға методик ярҙамды көсәйтергә;
3. Халыҡ ижадын өйрәнеүгә системалы ҡараш булдырырға;
4. Йәштәрҙе мәҙәни мираҫты өйрәнеүгә әүҙемерәк йәлеп итергә.
Конференцияла ҡатнашыусылар балаларҙы ауыҙ-тел ижадына һәм Рәсәй халыҡтарының музыкаль мираҫына йәлеп итеү илһөйәрлек тәрбиәләүҙең, ил берҙәмлеген нығытыуҙың көслө ҡоралы һәм рухиәт нигеҙе тигән фекергә килде.
Фотолар һәм мәғлүмәт Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.