

Беҙ Иван Яҡутов исемендәге парктағы программала ҡатнаштыҡ. Унда концерт, халыҡ һөнәрҙәренең оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар, флешмоб һәм матур-матур күргәҙмәләр булды.
Иң иҫтә ҡалғаны — әйлән-бәйлән бейеүе ине. Ул сәхнә алдындағы бөтә майҙансыҡты биләп алғайны. Был бейеүҙә барыһы ла ҡатнашты. Бик күңелле булды!
Беҙ сағыу концерт номерҙарын ҡараныҡ. Улар Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтте.
Оҫталыҡ дәрестәре ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡлы булды. Беҙ ҙә сығышыбыҙҙан һуң күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Бәләкәй поезда йөрөнөк. Ойошторусылар парк һәм ҡала тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һөйләне. Сара миңә ныҡ оҡшаны!
Уҡытыусыбыҙ Фәим Салауат улы Ғайсин етәкселегендәге беҙҙең ансамбль да тырышып сығыш яһаны, тип уйлайым.
Ярҙамдары һәм беҙгә ышаныстары өсөн ойоштороусыларға һәм уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәт. Был байрамдан алған иҫтәлекле тәьҫораттар күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.