

Маҡсат – илдең уникаль тел төрлөлөгөн һаҡлау һәм яҡлау. Рәсәйҙә 277-гә яҡын тел һәм диалект файҙаланыла.
Хөрмәтле коллегалар – авторҙар, тәржемәселәр, журналистар һәм ҡәҙерле уҡыусылар! Байрам менән ҡотлайбыҙ! Нәшриәт йорто өсөн был байрам айырыуса әһәмиәткә эйә. Беҙҙә гәзит-журналдар алты телдә донъя күреүе менән ғорурланабыҙ. Һәр һан халыҡ теленең моңон һәм байлығын һаҡлай. Баҫмаларыбыҙҙың тиражы артһын, Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңы әҙәби шедеврҙар тыуһын, ә редакция стеналары һәр саҡ тере аралашыу менән тулы булһын!