+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
13 Июль 2018, 17:12

Яңы алгоритм сәләмәтлекте анализлай

Google хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙың хәленә анализ яһаусы һәм үлемен алдан әйтеүсе яңы алгоритм булдырған.

Google хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙың хәленә анализ яһаусы һәм үлемен алдан әйтеүсе яңы алгоритм булдырған. Был хаҡта «Ведомости» гәзитендә асыҡ белдерелә. Мәҫәлән, яман шеш менән сирләүсе ҡатынды ҡарағандан һуң, табиптар үлеү ихтималлығын 9,3 процент менән баһалай. Ә Google ҡоролмаһы йыуатҡыс хәбәр еткермәй, 19,9 процент ҡуя. Ысынлап та, ҡатын бер нисә көндән вафат була.

Уйлап табыусылар фекеренсә, был программаны булдырыу табиптарҙың эшен еңеләйтеп, ауырыуҙы дөрөҫ дауаларға ярҙам итәсәк.

Г. РАМАҘАНОВА.
Читайте нас: