+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
4 Октябрь 2019, 11:53

Like Nastya каналына 9 миллион кеше яҙылған

«Әсәй, YouTube-та йәнһүрәт ҡуй әле»,– ти 2-3 йәшлек балалар ҙа. Көндән-көн YouTube сайты киң популярлыҡ яулай бара. 2018 йылда ундағы балалар каналдарын тикшереп, иң ҙур 18 аккаунтты билдәләгәндәр.

Тәүге урынды 9 миллиондан ашыу яҙылыусыһы булған Like Nastya каналы биләй. Уны Настя исемле әсәй алып бара. Был каналда ҡыҙының көндәлек тормошонан видеояҙмалар һала, шулай уҡ уның киндер-сюрприздары, яңы уйынсыҡтары, йәнһүрәт геройҙары тарихы менән дә таныштыра.

Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – ағалы-һеңлеле Mister Max һәм Miss Katy. 6 йәшлек Катяның каналына 8 миллионға яҡын кеше яҙылған, ә 7 йәшлек Максимға – 7 миллион 300 мең. Уларҙың контенттарына видеолар ҡуйыу менән атай-әсәйҙәре шөғөлләнә.

Ә дүртенсе урында кемме? «Я – Alisa» каналы. 6 миллионға яҡын яҙылыусыһы бар. Бындағы блоктарҙың барыһы ла балаларса ғына. Һуңғы ваҡытта Алиса каналын инглиз телендә алып бара. Уның апаһы ла бар. Ул йыш ҡына роликта һеңлеһенең каналында күренә. Ә апаһының үҙ каналы Nikol CrazyFamily тип атала. Яҙылыусылары – 3 миллион 300 кеше.


Читайте нас: