+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
26 Ноябрь 2019, 15:45

Башлы ла инде үҙе!

Республикабыҙҙа башлы егеттәр һәм ҡыҙҙар етерлек.

Әле бына Өфөнән 14 йәшлек Аскар Деникеев «Проектория» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша. Бәләкәйҙән робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнгән үҫмер унда үҙе уйлап сығарған, фатирҙа һыу ағып, газ сығып тороуҙы туҡтата торған автоматик система тәҡдим иткән.
– Әгәр газ сыға башлаһа, датчик – микроконтроллерға, ә ул моторға сигнал ебәрә һәм фатирҙа газ сығыуҙан туҡтай. Был ысул өйҙә бер кем дә булмағанда ҡулланыу өсөн уйлап табылды, – ти үҙе.
Аскарҙың башына был идея 2018 йылдың 31 декабрендә Магнитогорск ҡалаһындағы бер йортта шартлау арҡаһында 39 кеше һәләк булғандан һуң килгән.
«Проектория» профессиональ навигация форумы Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса 2013 йылдан бирле Ярославль ҡалаһында үткәрелә һәм илдең иң һәләтле балаларын йыя.
Читайте нас: