Сара сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең IT-проекттарын күрһәтеп, был өлкәлә алдынғы эксперттарҙан бушлай консультациялар һәм артабан уны үҫтереү өсөн инвестициялар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Иң шәп проект авторҙары 100 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ, шулай уҡ ойоштороусыларҙан төрлө бүләктәр ҙә ҡаралған.
Һанлы технологиялар көнөндә интернет-майҙансыҡтар менән эшләү серҙәрен дә белерһегеҙ, шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн республикабыҙҙың алдынғы IT-белгестәре мауыҡтырғыс лекциялар уҡый, «Рәсәйҙең һанлы иҡтисады» программаһына презентация яһаясаҡ. Байрамда ҡатнашырға килеүселәр пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү, 3D модель әҙерләү һәм виртуаль ысынбарлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә аласаҡ.
Сара 22 февралдә иртәнге 10-да башлана. Инеү ирекле.