+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
15 Сентябрь 2020, 19:06

Cулпан йондоҙҙа тормош бармы?

Американың аэронавтика һәм йыһан киңлектәрен өйрәнеү милли идаралығы (НАСА) директоры Джим Брайденстайн Венераның атмосфераһының юғары ҡатламында фосфин эҙҙәре табылыуы хаҡында белдерә. Был турала ул үҙенең Twitter-аккаунтында яҙған.

Был ағыулы газ тере организмдар эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Уның башҡа сығанаҡтары әлегә фәнгә билгеле түгел. "Фосфиндың, анаэроб биологияның өҫтәмә продукты табылыу – Ерҙән ситтә лә тормош барлығын дәлилләргә мөмкинлек биреүсе мөһим ваҡиға", – тип яҙа Брайденстайн.
Фосфин Чилиҙағы ALMA һәм Гавайялағы Джеймс Клерк Максвелл радиотелескоптары ярҙамында табылған.
Фото express-novosti.ru
Читайте нас: