-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
17 Март 2021, 15:35

Кометалар һәм метеорҙар

Күк йөҙөндә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағылып алған көслө яҡтылыҡ метеор тип атала. Йыһан туҙандары шул рәүешле ер атмосфераһында яна.

Астероидтар тау тоҡомдарының ҙур киҫәктәре һанала. Ҡояш әйләнеше тирәләй Марс менән Юпитер араһында уларҙың миллионлағаны осоп йөрөй.
Кометалар таш тоҡомдарынан, боҙ киҫәктәренән һәм туҙандарҙан барлыҡҡа килә. Улар ҡояшҡа яҡынлашҡан саҡта ҡар-боҙҙар ирей һәм туҙан, газдарҙан төйөнлө ҡойроҡтар хасил була. Метеорҙарҙы икенсе төрлө атылыусы йондоҙҙар тип тә йөрөтәләр. Улар – астероид һәм комета киҫәктәре. Метеор ер атмосфераһына килеп инеү менән бер ике секунд ҡына балҡып ала, шунда уҡ янып бөтә. Ә ергә осоп төшкән астероидты метеорит тип атайҙар.
Фото: kuzalians.ru
Читайте нас: