Йоҡонан торабыҙ ҙа тиҙерәк шуларға күҙ һалабыҙ. Әйтерһең дә, төн сыҡҡансы әллә нимә үҙгәргән инде. Белгегеҙ килһә, ана шул “аҡыллы машиналар” эшләһен өсөн Микрософт операцион системаһы урынлаштырыла. Уны кем уйлап тапҡан тиһәгеҙ – Билл Гейтс. 2016 йылда планетабыҙҙың иң бай кешеһе тип тә таныла әле үҙе.
Бәләкәйҙән Билл үҙ һүҙле була, бәхәсләшергә ярата. Ата-әсәһе уның ауыр холҡон бер нисек тә еңә алмай: шелтәләгәнде лә ҡабул итә белмәй, бер һорауға ун яуап бирә, өйрәтә башлаһалар, асыулана, оялтып та әрләп ҡарайҙар – уңышһыҙ. Аптырағас, малайҙы психологҡа алып баралар. Бер йыл дауамында белгес Билл менән шөғөлләнгәндән һуң, ата-әсәһенә: «Һеҙгә улығыҙҙың холҡона яраҡлашырға ғына ҡала, уның менән бәхәсләшеп ваҡытығыҙҙы ғына уҙғараһығыҙ», – ти.
Психологтың һүҙенә ҡолаҡ һалып, үҫмер менән бәхәсләшмәй башлайҙар. Уға күберәк иреклек, үҙ аллылыҡ бирергә тырышалар. Билл үҙенә ҡарата булған мөнәсәбәтте күреп, ата-әсәһенең уға ышанғанын һиҙеп, үҙе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлай. Тик торғанда бәхәсләшмәй, һүҙгә лә килешмәй, ә бына үҙ һүҙлелеге бер ҡайҙа ла юғалмай. Ана шул холҡо һәм тырышлығы уға компьютер системаһын өйрәнеүҙә ҙур ярҙамсы була ла инде!