+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
20 Апрель 2021, 14:05

Шәп атлатҡыс итектәр...

Бер яңылыҡ ишеттек әле, ышанырғамы, юҡмы?

Өфө дәүләт авиация техник университетында шәп атлатҡыс итектәр етештерергә уйлайҙар икән. Улай ҙа буламы ни? Аяҡ кейеме өлгөһөн ошо университетта уҡыусы студенттар уйлап тапҡан. Уникаль идея менән уҡытыусылар ҙа ҡыҙыҡһынған. Был әйбер совет заманынан башлап әлеге көнгә тиклем төрлө формаларҙа эшләнеп ҡарала. Бөгөн итектәр еңел дә, уңайлы ла, ә ҡоролманың принцибы автомобиль двигателенә оҡшаш икән. Шәп атлатҡыс итектәрҙе эшләү һөҙөмтәһендә ошо университет нигеҙендә “Студент формулаһы” тигән конструктор бюроһы ла асыла. Унда шөғөлләнгән талант эйәләре идеяларын тормошҡа ашыра, күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтаулы урындар ҙа ала.Шәпме?Шәп!
Фото: dvs.ugatu.ac.ru
Читайте нас: