Ысынлап та, улар юҡ түгел. Мәҫәлән, диңгеҙ йондоҙо рәүешендәге Tody роботы. Уның эсендә дымлы сүп-сар һауыты урынлаштырылған. Бер аҙ саң һурҙырғысҡа ла оҡшап тора. Tody еңел генә хәрәкәтләнә: баҫҡыс буйлап менә, йорт йыһаздарына, ҡормаға үрмәләү ҙә уға бер ни тормай.
Был роботтың төҙөлөшөн төрөк проектлаусыһы Рана Алпер эшләгән. Төрлө эштәрҙе башҡарыу өсөн яһалған 4 һәрмәүесе булыуы һигеҙаяҡты күҙ алдына баҫтыра.
Робот менән төрлөсә идара итеп була. Смартфонда йәки компьютерҙа тауыш менән дә, программа ярҙамында ла. Ә ниндәй эштәрҙе башҡара, тиһегеҙме? Иҙән, балаҫ, йорт йыһаздары, ҡорма һәм башҡа көнкүреш ҡаралтыларындағы сүп-сарҙы таҙарта, йыуа.