-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
5 Ноябрь 2021, 10:15

Замана һөнәрҙәре

Йылдан-йыл яңы заман технологиялары тиҙ үҫешә, бөтә донъяны компьютер ялмай бара, медицинала бығаса булмаған яңы асыштар яһала.

Замана һөнәрҙәре
Замана һөнәрҙәре

Тормош үҙгәргән һайын ҡайһы бер һөнәрҙәр ҙә юҡҡа сыға, яңылары барлыҡҡа килә. Ә һеҙ улар хаҡында уҡып, белеп бараһығыҙмы, уҡыусылар? Бәлки, кемдәрҙер оҡшағанын һайлап та ҡуйыр. Булмаһа, интернет киңлектәрендәге XXI быуат һөнәрҙәренең ҡайһы берҙәре менән яҡындан танышып сығайыҡ.

Копирайтер. Ул төрлө текстарҙы – рекламамы, сценариймы – бөтәһен дә һорау буйынса яҙыусы. Бындай эш түҙемлелек, ижади хыялыңдың бай булы­уын, күп мәғлүмәттән кәрәкле­һен һайлап ала белеүҙе талап итә.
Контент-менеджер. Был кеше сайтты төрлө ҡыҙыҡлы материалдар, яңылыҡтар, фотоһүрәттәр менән тултырып тора. Ул копирайтер, модератор һәм башҡа белгестәр менән бергәләшеп башҡаралар. Бик яуаплы һәм ауыр эш, тәжрибәле, киң белемле булыу кәрәк.
Веб-дизайнер. Сайттың биҙәлешен булдырыу менән шөғөлләнә. Төрлө компьютер программаларынан тыш, ижади һәләтенең дә булыуы бик мөһим. Иғтибарлылыҡ, эшеңде үҙенсәлекле итеп башҡарыу талап ителә.
Вебмастер. Киң йүнәлешле белгес. Ул сайтҡа ла яуаплы, материалдарҙы яңыртыу менән дә шөғөлләнә. Бындай һөнәргә эйә булыусы үҙе сайт та эшләй, веб-дизайнер, программалаусыны алмаштыра ала.
Интернет-коуч. Ул онлайн режимда консультация биреү, кешеләрҙе уҡытыу менән булыша. Бының өсөн ниндәйҙер бер өлкәлә белгес булыу кәрәк. Мәҫәлән, юрист икәнһегеҙ, форумдарҙа үҙ эшеңде асыу буйынса һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең оҫталыҡ дәресегеҙҙе алып барыу мөмкинлеге лә бар.
Еvent-менеджер. Был белгес һорау буйынса шәхси һәм кешеләр төркөмө өсөн төрлө байрам, корпоративтар ойоштора. Бының өсөн һәр кем менән еңел аралаша, һөйләшеүҙәр алып бара белеү кәрәк. Саралар өсөн үткәреү урындары табыу, кешеләр эҙләү, һәр күңел асыу кисәһенә мауыҡтырғыс программалар төҙөү ҙә уның иңенә төшә.
Медиа-планер. Төрлө ойошмаларҙың реклама компанияһын планға индереү менән шөғөлләнә. Ул төрлө киң мәғлүмәт сараларының ҡайһыныһы уңышлы эшләүен алдан белеп, шунда реклама бирә. Бында эшләү өсөн социология һәм маркетинг буйынса киң белемле булыу, Integrum, Pal Marceting компьютер программаларын яҡшы белеү, реклама баҙарын тикшереү оҫталығы талап ителә.
Хед-хантер. Инглизсәнән тура тәржемә иткәндә «баштар артынан һунар итеүсе» тигәнде белдерә. Был кеше – эш биреүсе һәм эш һораусыны аралаштырыусы. Бында эшләргә теләүселәрҙең үҙ имиджы, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы, тыңлай, аралаша, хәҙерге хеҙмәт баҙарына анализ яһай белеүе мөһим булып тора.
Бөгөн шулай уҡ трейдер, риэл­тер, андеррайтер, PR менеджер, бэк-офис белгесе, промоутер, мерчендайзер, декларант, SEO-белгес кеүек һөнәрҙәр ҙә киң талап ителә.
Ә Бөйөк Британия тикшереүселәре алдағы көндәрҙә барлыҡҡа килеүсе белгестәр исемлеген дә әҙерләп ҡуйған. Иҫәпләүҙәр буйынса, 2030 йылда яһалма органдарҙы эшләүсе, климат үҙгәреүен тикшереүсе, альтернатив транспортты эшкәртеүсе, мәғлүмәтте утилләштереүсе, карантин буйынса белгестәр, ген технологияларын ҡулланыусы фермерҙар, йыһан архитекторҙары һәм осоусылары, хәтерҙе киңәйтеү буйынса махсуслаш­ҡан хирург, ваҡыт банкы брокерҙары тигән һөнәрҙәр ҙә буласаҡ.

Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: